«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



17.12.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бангладеш Халыҡ Республикаһы делегацияһы менән осрашты. Осрашыу барышында мәғариф, ауыл хужалығы тармаҡтары буйынса эшлекле бәйләнештәрҙе булдырыу һәм хеҙмәттәшлекте көйләү мәсьәләләре ҡаралды. 130 миллиондан ашыу мосолман йәшәгән был илгә беҙҙә ҙур күләмдә етештерелгән хәләл продукцияны ебәреү отошло буласаҡ.

Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов Финляндияның Ев­ропа эштәре буйынса һәм тышҡы сауҙа министры Александер Стубб етәкселегендәге рәсми делегация вәкилдәре менән осрашыу­ҙа иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуҙа билдәләне­үенсә, ауыл хужалығы, төҙөлөш һәм төҙөлөш материалдары етештереү, ағас эшкәртеү өлкә­һендә Башҡортостан менән Фин­ляндияның хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциалы бар. Финляндия делега­ция­һы визиты барышында Баш­ҡор­тостан – Финляндия эш төркөмөн булдырыу мөмкинлеге лә ҡаралды.

Өфөлә МЕГА ғаилә сауҙа үҙәген асыу тантанаһына абруйлы ҡунаҡтар – Павел Качкаев (хәҙер инде РФ Дәүләт Думаһы депутаты статусында), Өфө ҡалаһы мэры вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов һәм башҡа власть әһелдәре булды. МЕГА – ИКЕА компанияһының Рәсәйҙәге инвестиция проекты – комплексты төҙөү өсөн 8 млрд һум аҡса сарыф ителгән, бөтәһе 3000 эш урыны булдырылған. Был сауҙа йортонда төрлө тауар һәм хеҙмәт тәҡдим иткән 187 ҡуртымсының магазиндары эшләйәсәк.

Өфө ҡалаһының Октябрь райо­нында һалым инспекторы 100 мең һум ришүәт алған саҡта ҡулға алынған. Тәфтишселәр әйтеүенсә, ул бер эшҡыуарҙың һалым түләү буйынса етешһеҙлектәренә «күҙ йоморға» вәғәҙә иткән. Хәҙер 25 йәшлек чиновникка ришүәт күләменән 40 тапҡыр арттырылған суммала штраф, ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

Башҡортостанда иң яҡшы опека һәм попечителлек органдары конкурсына йомғаҡ яһалды. Өфө ҡалаһының опека һәм попечителлек идаралығы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Мәсетле, Әлшәй райондарының опека һәм попечителлек органдары һәм бүлектәре еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ Межгорье ҡалаһы, ҡырмыҫҡалы, Баҡалы, Учалы, Белорет, Краснокама райондары айырым номинацияларҙа билдәләнде.

Нефтекама ҡалаһының 1-се мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Айнур Мәҡсүтов ЮАР-ҙа үткән һигеҙенсе Тәбиғи-фәнни халыҡ-ара олимпиадала Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашҡан. Үҫмер иң ҙур балл йыйып, абсолют чемпион исеменә лайыҡ булған. Айнур – физика, математика, биология буйынса республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүсеһе, кескәй саҡтан уҡ логик мәсьәләләрҙе анһат ҡына сискән, хатта ете йәшендә ҡояш системаһындағы планеталар орбитаһының тигеҙләмәһен сығарған.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға