«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Поездар һәр көн йөрөй башланы



17.12.2011 Поездар һәр көн йөрөй башланы

Поездар һәр көн йөрөй башланы
Быйыл 5 декабрҙән Өфө – Раевка, Раевка – Абдулла, Абдулла – Раевка, Раевка – Өфө маршруттары буйынса ҡала-ара поездары һәр көн һайын йөрөй башланы. Бынан тыш, 9 декабрҙән Өфө – Инйәр, Инйәр – Өфө маршруттары буйынса поездар ҙа хәрәкәтен яңыртты.
Был яңылыҡтар пассажирҙарҙың талабына яраҡлаштырып индерелгән. Әлеге маршруттар студенттар һәм уҡыусылар өсөн айырыуса көнүҙәк.

6455-се Өфө (13.55 сәғәттә ҡуҙғала) – Раевка (16.44 сәғәттә барып етә);
6457-се Раевка (16.48 сәғәттә ҡуҙғала) – Абдулла (19.41 сәғәттә барып етә);
6458-се Абдулла (05.15 сәғәттә ҡуҙғала) – Раевка (08.05 сәғәттә барып етә );
6456-сы Раевка (08.08 сәғәттә ҡуҙғала) – Өфө (10.49 сәғәттә барып етә);
6853/6854-се Өфө (14.25 сәғәттә ҡуҙғала ) – Инйәр (18.30 сәғәттә барып етә);
6871/6872-се Инйәр (07.16 сәғәттә ҡуҙғала) – Өфө (11.40 сәғәттә барып етә) маршруттары буйлап поездар һәр көн йөрөйәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға