«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



06.12.2011 Донъя яңылыҡтары

Электр энергияһына хаҡтар закон буйынса көйләнәсәк
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев «Электроэнергетика тураһында»ғы Законға төҙәтмәләр индереүсе Федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Документ Дәүләт Думаһы тарафынан 23 ноябрҙә ҡабул ителгән һәм 29 ноябрҙә Федерация Советы тарафынан раҫланған. Закон электр энергияһына хаҡтарҙы билдәләү өлкәһендә дәүләт көйләүен камиллаштырыуға йүнәлтелгән.

Янғын ҡорбандары иҫтәлегенә

Пермь ҡалаһындағы төнгө клубта булған фажиғәгә ике йыл тулды.
Ошоға бәйле 5 декабрҙә клуб янындағы скверҙа һәләк булыусылар иҫтәлегенә уларҙың исемдәре яҙылған билдә ҡуйылды. 2009 йылдың 5 декабрендә клубтың юбилей кисәһендә сыҡҡан янғын һуңғы ярты быуатта илебеҙҙә иң күп ҡорбан килтереүсе фажиғә булды. Унда 156 кешенең ғүмере өҙөлдө, шулай уҡ йөҙләгән кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алды. Янғын буйынса суд эше 2010 йылдың көҙөнән дауам итә, ғәйепләнеүсе һигеҙ кешенең әле берәүһе генә һаҡ аҫтында.

Мамонттар аяҡҡа баҫмаҫ тимә

Рәсәй һәм япон ғалимдары мамонтты клонлаштырырға йыйына.
Быйыл йәй Якутияла ҡаҙыныуҙар алып барғанда ғалимдар мамонттың ҡалдыҡтарын таба. Унда һөйәк мейеһенең яҡшы һаҡланған фрагменттары була. Улар боронғо хайуанды клонлаштырыу өсөн яҡшы генетик материал иҫәпләнә. Ғалимдар әйтеүенсә, был табыш ҙур ғилми уңышҡа килтерәсәк, сөнки, ғәҙәттә, һөйәк мейеһе оҙаҡ ваҡыт туң килеш ятҡанлыҡтан биологик актив материалдар файҙаланыуға яраҡһыҙ. Был юлы иһә улар яҡшы һаҡланған. Билдәле булыуынса, Яҡут Республикаһының Мамонт музейы вәкилдәре һәм Японияның Кинки университеты ғалимдары һуңғы йылдарҙа был йүнәлештә бергәләп етди тикшеренеүҙәр алып бара.

«Спартак»тың легендар һаҡсыһы вафат булды

Мәскәүҙә 70-се йәшендә «Спартак»тың һәм СССР йыйылма командаһының билдәле һаҡсыһы Геннадий Логофет вафат булды.
Ике тапҡыр СССР чемпионы һәм өс тапҡыр СССР Кубогына лайыҡ булыусы Логофет «Спартак» составында 300-ҙән ашыу рәсми матчта уйнай. Советтар Союзының милли командаһы составында Логофет 1968 йылда Европа чемпионатында һәм 1970 йылда донъя чемпионатында ҡатнаша. Уйынсы карьераһы тамамланғандан һуң ул тренер булып эшләй һәм бер нисә тапҡыр йәштәр йыйылма командаһын етәкләй.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға