«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



29.11.2011 Донъя яңылыҡтары

Ҙур тулҡын карапты батырған
Рәсәй экипажы менән «Swanland» судноһының батыу сәбәбе – ғәләмәт ҙур тулҡында, тип иҫәпләй Бөйөк Британияның яр буйы һағы етәксеһе.
Һуңғы көндәрҙә был тирәлә уғата насар һауа торошо күҙәтелә − көслө ел, шторм, томан.
Әйткәндәй, экипажды ҡотҡарыуҙа ил королеваһының ейәне − короллектең хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт иткән принц Уильям ҡатнашҡан. Судноның батыуы тураһындағы хәбәр нәҡ ул дежур булғанда килгән. Уильям бер нисә хеҙмәттәше менән вертолетта тиҙ арала фажиғә урынына барып еткән, бер нисә сәғәттә ике морякты ҡотҡарғандар.
Барлығы һигеҙ кешелек экипаждың тағы бер ағзаһы һыуҙан сығарыл­һа ла, һәләк булған, йәнә бишәүһен эҙләү бара.

ҡытай үлем язаһы биргән

Хабаровск ҡалаһынан Марина Лопатина исемле ханым, Рәсәй менән ҡытай араһында наркотиктар ташыуҙа ғәйепләнеп, үлем язаһына хөкөм ителгән.
Суд ҡарары Чжухай ҡалаһында сығарылған. 38 йәшлек яҡташыбыҙ ҡытайҙың Аомень тигән махсус административ районынан материкка ике килограмм үтә көслө наркотик матдә алып сығыуҙа ғәйепләнгән. ҡатын ике йыл төрмәлә ултырғандан һуң хөкөм ҡарары бойомға ашырыласаҡ, тип хәбәр итә ИТАР-ТАСС.

Ираҡта нефть йылға булып «аға»

Илдә тәүлегенә 2,95 миллион баррель нефть сығарыуға ирешкәндәр, ә нефть министры Әбдел Кәрим Луаиби әйтеүенсә, йыл аҙағынаса был күрһәткесте 3 миллионға еткереү бурысы тора.
«ҡара алтын»ды сит илгә һатыу менән шөғөлләнеүсе дәүләт компаниялары экспорттың ошо айҙа тәүлегенә 2,185 миллион баррель тәшкил итеүен белдерә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Ираҡтың нефть тирәләй күҙаллауҙары ҙур − 2017 йылға бер тәүлектә 12 миллион баррель күрһәткесенә етмәкселәр. Нефть министрлығынан әйтеүҙәренсә, республика әлеге уңышҡа донъя­ның эре нефть һәм газ компанияларын йәлеп итеп өлгәшкән.

Филипп атай булған
Рәсәй эстрадаһы «йондоҙо» Филипп Киркоров беренсе тапҡыр атай булыу бәхетенә ирешкән.
44 йәшлек йырсы самаһыҙ шат икән. Сабыйҙың әсәһе уның күптәнге һәм, үҙе белдереүенсә, бик ышаныслы танышы. Әлбиттә, исеме сер итеп тотола, бары тик йәш әсәнең Америка гражданкаһы икәне билдәле. Киркоров, ваҡыты үтә тығыҙ булыу сәбәпле, ҡыҙын әле генә күрә алмай, ә Яңы йылдан һуң ғына барырға йыйына. Шуныһы ла бар: сабый тыуасағын Н. Басков, А. Пугачева һәм М. Галкин ғына белгән, хәҙер иһә барлыҡ йырсылар Филипҡа ихлас ҡотлауын еткерә.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға