«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



29.11.2011 Өс һөйләм менән

«Берҙәм Рәсәй» көндәре сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә «Берҙәм Рәсәй»ҙәр һәм ҡаланың почетлы граждандары, ветерандар менән осрашты. Һайлау алды ваҡиғаларына анализ яһап, Рөстәм Зәки улы алдағы һайлауҙарҙы һуңғы ун йыл эсендә иң ҡатмарлы һайлау тип баһаланы. Һуңғы тиҫтә йылда Президент Өфө миҫалында ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күп булыуын билдәләне.

Өфө ҡалаһында реконструкциянан һуң 8-се ҡала клиник дауаханаһының поликлиникаһы асылды. Полик­линиканы асыу тантанаһында Баш­ҡортостан Президенты ҡатнашты, ул ҡан ҡойоу, хирургия һәм стоматология бүлектәрен ҡарап сыҡты. Алдағы ике йылда республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә 15 млрд һум аҡса бүленәсәк, тип билдәләне ул.

Инвалидтар көнө алдынан 1 декабрҙә 3-сө төркөм инвалидтары өсөн халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк. Унда баш ҡаланың 15 ойошмаһы килеүселәргә 200-ләп эш урыны тәҡдим итәсәк. Профиль йәрминкәләрендә кадрҙарға ҡытлыҡ кисереүсе бөтөн ойошмалар ҙа ҡатнаша ала.

30 ноябрҙә «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы һәм Тә­биғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты менән берлектә Әбйәлил районының Асҡар ауылында сафтан сыҡҡан терегөмөш − люминесцент лампалар һәм иҫке термометрҙарҙы йыйыу буйынса акция ойоштора. 10 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем район үҙәгендә республиканың берҙән-бер экомобиле терегөмөш әйберҙәрҙе йыясаҡ. Йыл башынан ул 20 урынға барып, 4700 терегөмөшлө лампа йыйған.

Йыл башынан республикала 4 меңдән ашыу янғын сыҡҡан. Унда 280 кешенең ғүмере өҙөлгән. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе − мейесте ҡыҙыу яғыу һәм электр приборҙары менән һаҡһыҙ эш итеү.

Бөгөн Ғаиләгә, балаларға, йәш­тәргә социаль-психологик яр­ҙам республика үҙәге «Шундай профессия бар − Ватанды һаҡлау» темаһына ҡыҙыу линия ойоштора. Унда буласаҡ ил һаҡсылары хәрбиҙәрҙән, табип­тар­ҙан үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса консультация ала ала. Шылтыратыуҙар 8(347) 273-09-00 телефоны буйынса ҡабул ителә.

БР Милли музейында «Бүләк итеү көнө» тип аталған акция үтә. Уның сиктәрендә теләүселәр музей­ға үҙҙәрендә һаҡланған ҡомартҡылар­ҙы, боронғо биҙәнеү әйберҙәрен, эш ҡоралдарын, фотоларҙы тапшыра ала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, айырыуса иҫтәлекле, һирәк осрай торған әйберҙәрҙе бүләк итеүселәр йыл буйына музейға бушлай йөрөй аласаҡ.

Өфөлә Гоголь урамындағы 56-сы йортта билдәле яҙыусы Сергей Довлатовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Был өйҙә ул 1941 – 1944 йылдарҙа йәшәгән. Билдәле ҡәләм оҫтаһына мемориаль таҡтаташ Санкт-Петербург, Таллин ҡалаларында ла ҡуйылған.

БДУ-ның химия, биология, физика факультеттарының икенсе курс студенттары тәбиғи фәндәр буйынса Санкт-Петербург дәүләт университетында үткәрелгән халыҡ- ара олимпиадала икенсе урын яулаған. Турнирҙа Рәсәй, ҡаҙағстан, Украина, Белоруссия вуздарынан 20 команда белемдәрен һынаған. Мәртәбәле интеллектуаль марафонда еңеү яулау Баш­ҡортостан вуздарында ла көслө белемгә эйә студенттар уҡыуын күрһәтә.

З. ЙӘһүҙина әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға