«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



26.11.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Хөкүмәтенең 23 ноябрҙәге 419-сы ҡарары менән республикала төп социаль-демографик төркөмдәр буйынса йән башына йәшәү минимумы билдәләнде. Ул – 5484 һум кимәлендә. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн − 5861, пенсионерҙарға − 4471, балаларға 5374 һум кимәлендә билдәләнгән.

Башҡортостан киностудияһы хеҙмәткәрҙәренең эше Бөтә Рәсәй фестиваленең дипломына лайыҡ булған. Мордовия Республикаһының баш ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй анимация киноһы фестивалендә беҙҙең республиканан Рим Шәрәфетдинов менән Айгөл Байрамғолова ҡатнаша. Уларҙың башҡорт халыҡ әкиәттәре мотивы буйынса эшләнгән «Һунарсы улы» проекты «Милли колорит һәм ҡыҙыҡлы хикәйәләү өсөн» номинацияһында билдәләнә.

Башҡортостандың йәш аграрий­ҙары «Ауыл йәштәре – аграр Рәсәйҙең киләсәге» Бөтә Рәсәй форумына барҙы. Форум сиктәрендә аграр вуздарҙың ректорҙары һәм студент идаралығы активистары ауыл хужалығы министры Елена Скрынник менән осрашты. Ведомство башлығы студенттарҙы һәм йәш белгестәрҙе лайыҡлы социаль тәьмин итеү кимәленә етеү өсөн системалы эш алып барыласағы тураһында белдерҙе.

Өфө ҡалаһы иң төҙөк ҡалалар­ҙың береһе тип танылды. «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса РФ Хөкүмәтенең 1-се дәрәжә дипломы Бөйөк Новгород ҡалаһына тапшырылды. 2-се дәрәжә диплом Өфө менән Новосибирск ҡалаларына бирелде, Саранск, Ижевск һәм Хабаровск ҡалалары өсөнсө урынды бүлеште.

Башҡортостан халҡына күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү мәсьә­ләһе буйынса консультация бирелә. Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминев Яңы Балаҡатай ауылында халыҡты ҡабул итеү ойошторҙо. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе күп балалы ғаиләләргә шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер бүлеү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды.

Йыл һайын республика дауаханаларының реанимация бүлектәренә төрлөсә ағыуланыу менән 250-ләп бала эләгә. Һуңғы өс йылдағы анализ күрһәтеүенсә, ағыуланыусыларҙың яртыһын 3 йәшкә тиклемге сабыйҙар тәшкил итә. Уларҙың 40 – 44 проценты дарыуҙан ағыуланыусылар булһа, 46 – 48 проценты көнкүрештә ҡулланылған химикаттарҙан зыян күрә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға