«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иң яҡшы аграрийҙар бүләкләнде



26.11.2011 Иң яҡшы аграрийҙар бүләкләнде

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ауыл хеҙмәтсәндәрен бүләкләү тантанаһында, уларҙың эшенә баһа биреп, ауыл хужалығындағы хәлде, психологик, ойоштороу йәһәтенән дөйөм алғанда, үҙгәртеүгә ирештек, ауыл кешеләре властың ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙа, кәрәкле технологик саралар­ҙы үткәрә алыуын күрҙе, тип белдерҙе.
Ул ауыл хеҙмәтсәндәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, алдағы ҡышҡа республиканың мал аҙығы менән тәьмин ителеүен билдәләне, шул уҡ ваҡытта агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәре алдына киләсәктә, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы уңыш алыуға өлгәшеү бурысын ҡуйҙы.
Халыҡтар дуҫлығы орденын Башҡортостан башлығы ҡулынан алты ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе алды.
Башҡортостан Президентының рәхмәт һүҙҙәренә һәм наградаларға агросәнәғәт комплексының 50 хеҙмәтсәне лайыҡ булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға