«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Өфө-Арена» тағы ла ҙурайҙы



22.11.2011 «Өфө-Арена» тағы ла ҙурайҙы

20 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө-Арена» боҙ һарайының икенсе сиратын асыу тантанаһында ҡатнашты.
Беҙҙең республикала яҡшы спорт объекттары төҙөлөүенә һоҡланып ҡарайым, тип билдәләне ул. Яңы спорт комплексын да ул бик ҡыҙыҡлы, уңайлы һәм кәрәкле тип тапты.
– Өфөлә яҡын арала ҙур спорт ярыштары – йәштәр араһында шайба менән хоккей буйынса донъя чемпионаты, Бөтә донъя балалар уйындары үтәсәк. Шуға күрә мотлаҡ был зал һәм боҙ кәрәк буласаҡ, бында үткән ҡыҙыҡлы ярыштарҙы бөтә донъя халҡы күҙәтәсәк, – тине Рөстәм Зәки улы.
«Өфө-Арена» универсаль спорт һарайының дөйөм майҙаны – 30 мең квадрат метр. Ул 7950 тамашасыға иҫәпләнгән төп боҙ майҙанынан һәм 650 урынлыҡ бәләкәй аренанан тора. Объекттың икенсе сиратын 2010 йылдың майында төҙөй башлайҙар. Уны төҙөү өсөн федераль бюджеттан һәм республика бюджетынан, шулай уҡ башҡа сығанаҡтар­ҙан барлығы 562 млн һум аҡса бүленә. Биш ҡатлы комплекс боҙ майҙанын, хоккей ярыштары үткәреү өсөн аренаны, волейбол, гандбол, баскетбол ярыштары ойоштороу өсөн универсаль уйын залын, медицина-һауыҡтырыу бүлмәләрен, шулай уҡ 222 машиналыҡ ике ҡатлы автомобиль ҡуйыу урынын үҙ эсенә ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға