«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Музейҙарға виртуаль сәйәхәт ҡылырға була



19.11.2011 Музейҙарға виртуаль сәйәхәт ҡылырға була

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы проектының – «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» kulturarb.ru интернет-порталының презентацияһы үтте.
Яңы ресурс ике ай элек асылды, әммә уның өҫтөндә эшләү әле туҡтатылмаған. Сайт мөхәррирҙәре Альбина Йосопова һәм Кирилл Тимашев, башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә эшләгән порталдың структураһы тураһында һөйләне. Сайттың әлеге версияһы аҙаҡҡыһы түгел, ул әле тулыландырыласаҡ.
Презентацияла ҡатнашыусыларҙы порталдың ун ике бүлеге һәм уларҙы тулыландырыу мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Проекттарҙың иң ҡыҙыҡлыларының береһе – виртуаль галереялар һәм музейҙар булдырыу. Нестеров исемендәге музей директоры урынбаҫары Светлана Игнатенко яңылыҡтар һәм идеялар хаҡында фекер алышыу мөмкинлеге булһын өсөн интерактив бәйләнеш булдырыр­ға тәҡдим итте һәм, сайтҡа инеүселәр тейешле мәҙәни кимәлдә фекер алышыр, тигән ышаныс белдерҙе. Светлана Владиславовна мәҙәниәтте сағылдырыуҙа иң әүҙем киң мәғлүмәт сараларын сайт эшенә йәлеп итергә тәҡдим итте. Республика телевидениеһы фондында һаҡланған тапшырыуҙарҙы портал контентына индерергә тәҡдим ителде, әммә быны тормошҡа ашырыу сервер ҡеүәтенән торасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға