«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостанда һайлауҙар: революциянан беҙҙең көндәргә тиклем



19.11.2011 Башҡортостанда һайлауҙар: революциянан беҙҙең көндәргә тиклем

Тиҙҙән етәсәк һайлауға арнап, БР Үҙәк һайлау комиссияһы «Һайлау тарихы – ил тарихы» исемле күргәҙмә ойоштора.
Бында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив­тар эше буйынса идаралыҡ, БР Китап палатаһы, Дәүләт Йы­йылышы – ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм «Лигас» күргәҙмәләр комплексы ҡатнаша. Ойошто­роусылар билдәләүенсә, күргәҙмәләге үҙенсәлекле экспозиция төрлө йәштәге һайлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.
12 декабргәсә эшләйәсәк күргәҙмә 22 ноябрҙә сәғәт 11-ҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала тантаналы асыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға