«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



12.11.2011 Өс һөйләм менән

Президент Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһында «Яңы 2012 йылды байрам итеү тура­һында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Яңы йыл сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитетының составы раҫланды. Уға район һәм ҡала хакимиәттәре, профсоюздар һәм башҡа йәмәғәт берекмәләре менән берлектә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, ауыл, ҡала майҙандарында Яңы йылды байрам итеүгә арналған карнавалдар, театрлаштырылған тамашалар һәм башҡа саралар ойоштороу бурысы йөкмәтелде.

ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды тарафынан туғыҙ йыл элек булдырылған ҡыш бабайға хат проекты старт алды. Унда һәр бала ҡатнаша ала. Бының өсөн ҡыш бабайға үҙеңдең изге эштәрең тураһында «Өфө ҡалаһы, ҡыш бабайҙың абонемент йәшниге» адресы буйынса хат яҙырға кәрәк һәм ул ҡушҡан эштәр­ҙе үтәү зарур.

БР буйынса Эске эштәр ми­нистрлығы тағы ла 24 өр-яңы «Фиат-Альбеа» автомобиле менән тулыланды. Махсус тауыш сигналдары, мобиль радиостанция менән йыһазландырылған 15 машина Өфө ҡалаһы буйынса идаралыҡҡа бирелде, ҡалғандары район-ҡала эске эштәр идаралыҡтарына ебәрелде. Автотранспорт өсөн аҡса федераль ҡаҙнанан бүленгән.

Өфөнөң «Ихлас» мәсете ҡарамағында фарсы кухняһы рестораны асыласаҡ. Бында Иран ризыҡтарынан ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ. «Ирани» ресторанында Ирандан килгән тәжрибәле ашнаҡсылар хәләл нормалар буйынса фарсы ризыҡтарын әҙерләйәсәк.

БР Президенты Рөстәм Хәми­тов Башҡортостанда Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау ветерандарының республика йәмәғәт ойошмаһының 25 йыллығын үткәреү буйынса Указға ҡул ҡуйҙы. Хөкүмәткә байрам саралары планын эшләү, финанслау сығымдарын билдәләү бурысы ҡуйылды. Район-ҡала хакимиәттәренә тантаналар үткәреүҙә әүҙем ҡатнашырға тәҡдим ителде.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға