«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Һөйләшеүҙә халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән мәсьәләләр күтәрелде



12.11.2011 Һөйләшеүҙә халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән мәсьәләләр күтәрелде

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәсетле райо­нында республиканың Бала­ҡатай, Дыуан, ҡариҙел, ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыу үткәрҙе.
2011 йылға йомғаҡ яһап, Рөстәм Зәки улы һөҙөмтәләрҙең насар булмауын билдәләп үтте: республика буйынса сәнәғәт етештереүе күләме 10 процентҡа артҡан, һалым түләүҙәр буйынса ла план үтәлгән, 10 – 12 млрд һум күләмендә тағы ла өҫтәмә килем көтөлә, 1,4 млн квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, ауыл хужалығы өсөн дә йыл уңышлы булған.
– Төп райондар буйынса ғына алғанда ла, һандар насар түгел. Төньяҡ-көнсығыш райондарға килгәндә, 200 мең тоннанан ашыу иген йыйып алынған, был һуңғы 7 – 10 йылдағы иң яҡшы һөҙөмтәлер, моғайын. Был – иң беренсе сиратта тәбиғи фактор һөҙөмтәһе. Дөрөҫ, республика етәкселеге хужалыҡтарға ярҙам итте, ошо маҡсатта ҙур ғына суммала аҡса күсерелде. Сәсеү эштәре башланғас та яғыулыҡ материалдарына хаҡтарҙы кәметеү буйынса саралар күрелде, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға субсидиялар бирелде. Ауыл эшсәндәре 3 меңдән ашыу техника берәмеге һатып алһа, хаҡының 40 процентын республика ҡапларға ярҙам итте, – тине ул.
Төньяҡ-көнсығыш райондарға ҡағылып, Рөстәм Зәки улы яңы программа ҡабул ителеүен билдәләне. Ошо документҡа ярашлы был төбәктә эшселәрҙең тормошо яҡшырасаҡ, тип ышандырҙы ул.
Президент республикаға инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһенә лә ҡағылып үтте.
– Быйыл уҡ республиканың төп капиталына инвестициялар 150 млрд һум тирәһе тәшкил итте. Был былтырғыға ҡарағанда 25 – 30 миллиард һумға күберәк.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, республикала социаль күрһәткестәр­ҙең үҫеше күҙәтелә. Мәҫәлән, уртаса эш хаҡы 18,5 мең һумға еткән. Әммә республика халҡының күбеһе ауыл ерендә йәшәй, ә унда эш хаҡы – 8 – 9 мең һум. Шуға күрә ауылда ла эш хаҡын күтәреүгә өлгәшергә, эш урындары булдырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
– Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса программа төҙөргә ҡуштым. Сөнки йәштәрҙең эшһеҙлеге арҡаһында бик күп ҡатмарлы хәл килеп тыуа. Шуға күрә уларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Был теманы шәхсән үҙем контролдә тотасаҡмын, – тине ул.
Республика етәксеһе ололарға ҙур ярҙам күрһәтелеүен дә телгә алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға