«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡайҙалыр эш юҡ, ҡайҙалыр эшселәр етмәй



12.11.2011 Ҡайҙалыр эш юҡ, ҡайҙалыр эшселәр етмәй

9 ноябрҙә Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Мәсетле районында булды. Бында ул Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы мебель фабрикаһына туҡталып, предприятиеның етештереү күләме, әҙер продукция өлгөләре, уларҙың сифаты, эшселәрҙең эш шарттары һәм эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. 2010 йылда предприятиеның етештереү күләме 22 млн һум тәшкил иткән, эшселәрҙең уртаса эш 10 мең һумға тиң. Әле иһә производствоны киңәйтергә һәм яңы эш урындары булдырырға йыйыналар.
Кесе Ыҡтамаҡ ауылында республика башлығы кирбес заводының эшмәкәрлеге менән танышты. Төҙөлөш материалдары етештереүсе яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт оҙаҡ йылдар эшләмәй тора. Былтыр ноябрҙә яңы инвестор уны тергеҙә башлай. Предприятиела 50 яңы эш урыны булдырылған, әлеге ваҡытта кирбес етештереү күләме тәүлегенә 12 – 13 мең данаға еткән. Заводтың киләсәккә планы – республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының кирбескә ихтыяжын тулыһынса тәьмин итеү.
Үрге Баба ауылындағы «Ленин­ский» ауыл хужалығы кооперативында һөт корпустарын һәм быҙау һарай­ҙарын ҡарап сыҡҡандан һуң Рөстәм Хәмитов хужалыҡтағы көнүҙәк мәсьә­ләләр менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡла­ныуынса, кадрҙар (һауынсылар, көтөүсе­ләр, малсылар) етешмәй икән. Рөстәм Зәки улы малсылыҡтың иҫке алымдар менән алып барылыуын билдәләне һәм предприятие етәкселегенә мал ҡарауҙа заманса ысулдар ҡулланыу тураһында уйларға кәңәш итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға