«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Буласаҡ эшҡыуарға ярҙамға



12.11.2011 Буласаҡ эшҡыуарға ярҙамға

Ноябрҙең һуңғы ун көнлөгөндә үҙ эшен асырға теләүселәргә сираттағы дәрестәр бирелә башлаясаҡ. 21 ноябрҙә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса БР дәүләт комитеты «Баштехинформ» менән берлектә «Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре» курсы аса.
Исеменән үк күренеүенсә, уҡырға килеүселәргә бухгалтерия иҫәбе алып барыу, бизнес-план төҙөү, маркетинг, туристик предприятие ойоштороуға ҡағылышлы дәрестәр биреләсәк. Был юлы курсҡа Благовар, Бүздәк, Кушнаренко райондарынан, Өфөнән өлкән курс студенттары, эшһеҙҙәр, эштән ҡыҫҡартылыу алдында тороусылар, былтыр-быйыл ғына үҙ эшен асыу­сылар йә эш башлау буйынса субсидия рәүешендә ярҙам алыусылар саҡырыла.
Ошондай уҡыуҙар республиканың байтаҡ районында ойошторолған. Улар артабан да дауам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға