«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



15.11.2011 Донъя яңылыҡтары

Европаны радиоактив йод баҫҡан?!
Донъя яңылыҡтарыКөн һайын тиерлек планетала төрлө ғәрәсәттәр булып ҡына тора.
Әле теге мөйөшөндә, әле был... Бына Европа һауаһында ла радиоактив йод эҙҙәрен күреп, саң ҡағалар.
Әлбиттә, уның кимәле юғары булыуын билдәләһәләр ҙә, әлегә сәләмәтлек өсөн зарарлы түгел, тигән булалар. Австрия, Чехия күген даими үлсәп торалар. Берәүҙәр, Япониялағы ядро һәләкәте касафаты түгелме икән, тип тә аптырай. Әммә белгестәр был фараздан баш тарта. Чехияла, мәҫәлән, октябрь аҙаҡтарында уҡ йод – 131 (радиоактив йод) үҫеше күҙәтелгән. Бөйөк Британия профессорҙары фаразлауынса, йод, бәлки, теләһә ҡайһы дауахананан йә радиофармпрепараттар заводынан сығалыр.

Сүриә боласылары шаша

Яҡын Көнсығыш үҙенән-үҙе ҡайнай инде әллә?
Ошо көндәрҙә генә Израиль йәнә ҡоралға тотонғайны, әле Сүриә демонстранттары Дамаск ҡалаһындағы Сәғүд Ғәрәбстаны илселегендә тәртипһеҙлек ойошторған. Тағы бер өлөшө Катар илселеген йо­морт­ҡалар һәм помидорға «күмгән».
Баҡһаң, Сүриәне Ғәрәп илдәре лигаһынан ваҡытлыса сығарғандар икән. Халыҡ шуға ризаһыҙлыҡ белдерә. Улай ғына ла түгел, илселектәр янындағы барлыҡ райондар вандализм ҡорбанына әйләнгән − тәҙрә быялаларын ҡырып, юлында осраған һәр нәмәне ватып-емереп йөрөүселәр күбәйгән.

Һалдаттар... бадминтон уйнаясаҡ

Киләһе йылда Рәсәй хәрби частарының һәммәһе лә бадминтон уйнау өсөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителәсәк.
Бының өсөн РФ Оборона министрлығы ун меңләп ракетка, «воланчик»тар һатып ала. Был уйындың бигерәк тә снайперҙарға һәм уҡсыларға файҙалы буласағын белдерәләр министрлыҡта. Рәсәй Президенты ла үҙенең блогында бадминтондың өҫтөнлөктәрен һанап киткән һәм мәктәп программаһына индерергә тәҡдим иткән. «Был уйын физик яҡтан үҫтерә, күреү һәләтен арттыра, реакцияға яҡшы йоғонто яһай. Тормошта төрлө мәсьәләне хәл итергә лә ярҙам итә. Бадминтонды яҡшы уйнаған кеше тиҙ генә ҡарар ҡабул итә ала», – тип белдергән Дмитрий Медведев блогында.

Көньяҡ Осетия икенсе турға әҙерләнә

Республикала президент һайлау­ҙарының икенсе туры 27 ноябргә билдәләнгән.
Үҙәк һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре, яҡынса һөҙөмтәләрҙе барлап, шундай ҡарарға килгән. Әлегә Алла Джиоева, 24,6 процент тауыш йыйып, алда бара, уның дәғүәсеһе Анатолий Бибиловты электораттың 23,8 проценты яҡлаған. Ошо уҡ көндә рус теле статусы тураһында референдум үтте, һайлаусыларҙың күбеһе уны икенсе дәүләт теле итеү яҡлы.
Әйткәндәй, Италия хөкүмәтендә лә үҙгәреш − Сильвио Берлускони отставкаға китте. Буша­ған урынға илдәге билдәле иҡтисадсы, Евросоюздың монополияға ҡаршы комитетының элекке башлығы Марио Монти тәғәйенләнгән.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға