«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө – инвесторҙарҙы йәлеп итеүсе иң яҡшы ҡалаларҙың береһе



15.11.2011 Өфө – инвесторҙарҙы йәлеп итеүсе иң яҡшы ҡалаларҙың береһе

РБК журналы йыл һайын «Рәсәйҙең бизнес йәлеп итеү буйынса иң яҡшы ҡалалары» рейтингын үткәрә. Быйыл унда 68 ҡала ҡатнашҡан һәм Өфө был рейтингыла өсөнсө урынды биләй.
Инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын уятыу буйынса алты параметр – баҙар күләме, ҡала финансы, төҙөлөш, сауҙа, кешеләр­ҙең йәшәйеш кимәле һәм хәүефһеҙлек – алынған.
Тикшереү йомғаҡтарында күрһәтелеүенсә, Өфө үҙ позицияларын тергеҙеүгә өлгәшкән, аҙыҡ-түлек, химия һәм башҡа сәнәғәт производствоһы күләме көрсөккә тиклемге осор кимәленә сыҡҡан. Властарҙың ҡала халҡына уңай шарттар булдырыуы ла иҫәпкә алынған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға