«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » СМС аша һайлау һөҙөмтәләрен бел



15.11.2011 СМС аша һайлау һөҙөмтәләрен бел

Әле РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау көнө етмәгән- етеүен, шулай ҙа Үҙәк һайлау комиссияһының федераль мәғлүмәт үҙәгендә уның яҡынса һөҙөмтәләрен халыҡҡа нисегерәк тиҙ генә еткереү сараһын күрәләр.
Ғөмүмән, сәйәси партиялар, әҙерлек нисек бара һ.б. «эҫе» яңылыҡтарҙы беҙ кеҫә телефоны аша ла белә аласаҡбыҙ. 24 ноябрҙә иртәнге сәғәт ундан 4 декабрҙә киске сәғәт туғыҙғаса һайлауҙа ҡатнашасаҡ берекмәләр хаҡында мәғлүмәт биреләсәк, ә 4 декабр­ҙең 21 сәғәтенән 6 декабрҙә 24 сәғәткәсә тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен белеп буласаҡ. Бары тик 5503 номерына смс ебәрергә кәрәк. Был акцияла ил биләмәһен 95 процентҡа ҡаплаған 15 оператор ҡатнаша. Мәғлүмәт, әлбиттә, бушлай түгел − хаҡы 30 тиндән ике һумға тиклем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға