«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Бер-берегеҙгә ярҙам итеп тороғоҙ”



15.11.2011 “Бер-берегеҙгә ярҙам итеп тороғоҙ”

Рөстәм Хәмитов 11 ноябрҙә Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы Рәсәй ҡораллы Көстәренә оҙатыуға арналған тантаналы митингыла ҡатнашты.
Тантаналы өлөштән һуң ул хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм туғандары менән аралашты. Егеттәргә мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Республикаһы исеменә тап төшөрмәҫһегеҙ, тип ышанам тине һәм егеттәрҙе хеҙмәт итеү барышында бер-береһенә ярҙам итеп торорға саҡырҙы:
– Хеҙмәт итеү – ауыр эш. Әммә ул кешене, уның ихтыяр көсөн сыныҡтыра, тормошта ярҙам итәсәк яңы һыҙаттарға эйә булырға мөмкинлек бирә. Бер йыл һиҙелмәйенсә үтәсәк. Республикаға кире ҡайтып, яҡшы эшкә урынлаша алыуығыҙға, уҡыуығыҙҙы дауам итеүегеҙгә ышанам. Һеҙҙең бындай мөмкинлегегеҙ булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Яңы предприятиелар, яңы эш урындары булдырыу, яңы уҡыу йорттары асыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, – тип вәғәҙә итте республика етәксеһе.
Президент шулай уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың казармаларҙа нисек урынлаштырылыуы һәм уларҙың туҡланыу рационы менән танышты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға