«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рәсәй иҡтисадын яңыртыуҙа төбәктәр роле



15.11.2011 Рәсәй иҡтисадын яңыртыуҙа төбәктәр роле

Рәсәй иҡтисадын яңыртыуҙа төбәктәр ролеХабаровскиҙа Рәсәй Прези­денты Дмитрий Медведев етәкселегендә Дәүләт Советы президиумының Рәсәй иҡтисадын яңыртыу­ҙа ил төбәктәренең ролен арттырыу мәсьәләләре буйынса ултырышы үтте. Дәүләт Советы президиумы ултырышы һөҙөмтәләренә аңлатма биреп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов былай тип билдәләне:
– Сәйәсәттәге яңыртыу – ул власть асыҡлығы принциптарын тормошҡа ашырыу, халыҡ проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итеү. Үҙ эшемдә «Власть – халыҡ өсөн!» принцибын ғәмәлгә ашырыуҙы мөһим тип һанайым, һәм ул республика Президентынан алып ауыл советтары башлыҡтарына тиклем властың барлыҡ кимәлдәрендә лә көсөнә инә башланы, – тине. – Иҡтисад секторындағы яңыртыу тураһында һүҙ йөрөткәндә, Башҡортостанда ике тиҫтәгә яҡын инновацион инвестиция проектының тормошҡа ашырылыуын билдәләп үтергә кәрәк. Уларҙың иң мөһимдәре – Өфөлә энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу һәм энергияны һаҡлау менән шөғөлләнәсәк эре технопарк булдырыу, Благовещенда һәм Тирләндә металлургия заводтары төҙөү һәм башҡалар. Социаль өлкәлә күрһәткестәрҙе бер-бер артлы арттырып, аныҡ эш итәбеҙ. Балалар баҡсаларында урындар етмәү мәсьәләһен хәл итеү өсөн саралар күрәбеҙ. Быйыл республикала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында яҡынса 8 мең урын булдырыласаҡ, был былтырғыға ҡарағанда ун тапҡырға күберәк. 2012 йылда был һан – 9 меңгә, 2013 йылда 10 меңгә етергә тейеш. Был маҡсаттарға яҡынса 9 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Яңыраҡ Башҡортостанда «Йорт комитеттары» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкә­һендә йәмәғәт контроле системаһын ойоштороу маҡсатында күп фатирлы йорттарҙа советтар булдырабыҙ; бюджет процестарын, идара итеү технологияларын яңыртыу менән мәшғүлбеҙ. Атап әйткәндә, кәрәк ваҡытта мохтаж булған хужалыҡтарға ваҡытында маҡсатлы средстволар бүлеү рәүешендә ауыл хужалығына ярҙам итеү программаһын финанслау принциптарын үҙгәрттек.
Башҡортостан – Рәсәйҙә республиканың муниципаль берәмектәрен төрлө йәштәге кешеләр өсөн уңайлы булған ҡалалар селтәренә индереүҙе раҫлаған Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының сертификатын алған берҙән-бер төбәк. Оло йәштәгеләр өсөн беҙҙә «Өсөнсө быуын халыҡ университеты», «Социаль туризм» программалары эшләп килә. Инвалидтар өсөн «Асыҡ мөхит» программаһы тормош­ҡа ашырыла. Республикала Президент етәкселегендәге хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса совет булдырылды. Бер һүҙ менән әйткәндә, республика власы гуманлы, халыҡҡа асығыраҡ була башланы һәм бөтә йәмғиәт ҡатламдары менән дә эш итә. Яңыртыу тотороҡло үҫештең мөһим инструменты булып тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға