«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



08.11.2011 Өс һөйләм менән

БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың бойороғона ярашлы, 2012 йылдың 19 – 20 майында Өфөлә «Ҙур химия» ll Халыҡ-ара форумы үтәсәк. Унда Рәсәйҙең, БДБ илдәренең һәм алыҫ сит илдәрҙең химия предприятиелары етәкселәре саҡырыласаҡ. Сара былтыр тәүге тапҡыр республика етәксеһе башланғысы менән уҙғарылғайны.

Өфөнөң Затон биҫтәһендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев аллеяһына нигеҙ һалынды. Cарала 6795-се хәрби часть хәрбиҙәре, башланғыс осоу әҙерлеге менән булған мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәре, БР Эске эштәр министрлығының профессиональ әҙерлек үҙәгендә уҡыу­сылар ҡатнашты. Акцияла 30 ҡайын һәм 30 тирәк ултыртылған.

Өфөлә реставрацияланғандан һуң БР мосолмандары Диниә назараты биналарының береһе асылды. Тантанала дәүләт һәм йәмәғәт эш­мәкәрҙәре, дин әһелдәре, бағыу­сылар, ҡала халҡы ҡатнашты. ХХ быуат башына ҡараған һәм Пискуновтар йорто булараҡ билдәле ағас архитектура ҡомартҡыһы «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте иғәнәһенә тергеҙелде.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һунарсы билеттарын алмаштырыуҙы һәм берҙәм федераль өлгөләге билеттар биреүҙе дауам итә. Иҫке, шулай ҙа ғәмәлдә булған һунарсы билеттарын киләһе йылдың 1 июленә тиклем алмаштырырға кәрәк. Әгәр документы ваҡытында алмаштырылмаһа, һунарсы һунар ҡағиҙәләрен боҙоусы тип иҫәпләнә һәм уны республикабыҙҙың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы яза көтә.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе Урал һәм Көнбайыш Себерҙең машиналар эшләүсе иң ҙур 20 компанияһы исемлегенә инде. «Эксперт – Урал» аналитик үҙәге баҫтырып сығарған рейтингыла «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Уралвагонзавод» фәнни-етештереү корпорацияһынан ғына ҡалышып, икенсе урынды алды. Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең продукция һатыуҙан алын­ған табышы 20 млрд 376 млн һум тәшкил иткән.

18 ноябрҙә Октябрьский ҡалаһында Билбау көрәше буйынса донъя кубогының команда ярыштары (ир-егеттәр, ирекле стиль), 19 ноябрҙә ЮНЕСКО-ның спорт буйынса советнигы, донъя кубогын яулаусы, Халыҡ-ара билбау көрәше ассоциацияһының беренсе президенты, Октябрьский ҡалаһының почетлы гражданы Риф Ғайнанов иҫтәлегенә «Гран-при» серияһындағы икенсе халыҡ-ара турнирҙың шәхси ярыштары үтәсәк. ҡалаға планеталағы иң көслө билбау көрәше мәктәптәре вәкилдәре киләсәк. Бөгөн Европа һәм Азияның 15 иле уйындарҙа ҡатнашырға теләк белдергән.

15 – 16 ноябрҙә Өфөлә социаль туризм мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй форумы үтәсәк. Сарала туризм хеҙмәте менән файҙаланыу­сыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, социаль туризмды үҫтереү, уның буйынса дәүләт программаларын бойомға ашырыу проблемалары буйынса фекер алышыуҙар буласаҡ. Форумдың беҙҙә үтеүе юҡҡа түгел: Башҡортостан − социаль туризм проекты бойомға ашырыл­ған берҙән-бер төбәк.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға