«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Немецтарҙың тәҡдимдәре бик ҡыҙыҡлы



29.10.2011 Немецтарҙың тәҡдимдәре бик ҡыҙыҡлы

БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Германия Федератив Республикаһы­ның эшлекле даирәләре делегацияһы менән 25 октябрҙә үткән осрашыуҙа һуңғы ун йылда немец эшҡыуарҙарының эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн Башҡортостанға бер нисә тапҡыр килеп ҡайтыуын, төбәгебеҙ модернизациялау этабында торғанлыҡтан, инвесторҙар йәлеп итеү мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк, тип билдәләне.
Германия бизнес-берләшмәһе вәкилдәре осрашыуҙа республикала тормошҡа ашырырға әҙер аныҡ проекттар хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Башҡортостан баҙарына бер нисә йыл ауыл хужалығы культуралары орлоҡтарын ташыған компания беҙҙең республикала немец-башҡорт аграр мәктәбен асырға, Бөрө районында шәкәр етештереү буйынса завод төҙөү, шулай уҡ Стәрлетамаҡтағы «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә яңы производство булдырыу кеүек проекттарҙы республика Президенты ыңғай ҡабул итте. Германияның логистик компанияһының бәләкәй габаритлы йөктәр ташыу буйынса тәжрибәһе лә беҙҙең өсөн файҙалы буласаҡ.
Республикала тормошҡа ашырыл­ған кохлеар имплантация программаһы буйынса башҡортостандарға яҡшы таныш Карин Ван Моуриктың йәнә бер тәҡдиме – бит протезлау – ҡыҙыҡлы тойолдо. Әммә бының өсөн, уның әйтеүенсә, төбәк етәкселегенән финанс ярҙамы, шулай уҡ закондар сығарыу базаһына төҙәтмәләр индерергә кәрәк. Республика Президенты, тәҡдимде хуплап, бөтә ауырлыҡтарҙы ла хәл итергә мөмкин, тип билдәләне.
Немец компаниялары беҙҙең төбәккә нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, машиналар эшләү, производство ҡорамалдары етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү юлдарын эҙләү ниәтендә килгән. ҡайһы бер компаниялар ҡалдыҡтарҙы, шул иҫәптән малсылыҡ ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендәге эшкәрмәләрен һәм киләһе йылда Германияла республика мөмкинлектәре презентацияһын үткәрергә тәҡдим итмәксе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға