«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент торлаҡ милекселәре...



25.10.2011 Президент торлаҡ милекселәре...

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткән йомала Өфөнөң Киров районы Яңы күпер урамында 7-се йорттоң торлаҡ милекселәре йыйылышында ҡатнашты. Йортта йәшәүселәр 10 кешенән торған йорт советын һәм совет рәйесен һайланы.
Мөмкинлектән файҙаланып, йортта йәшәүселәр совет һайлағандан һуң республика Президенты менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.
Күп фатирлы йорт халҡы менән осрашыу аҙағында республика Президенты, бөгөн йорт советтарының билдәле хоҡуҡтарға эйә булыуын, ул хоҡуҡтарҙың совет ағзаһы танытмалары менән нығытыласағын билдәләне.

... һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре менән осрашты

Республика башлығы республика территорияһында эшләгән муниципаль телерадиокомпаниялар журналистары менән осрашыуҙа улар­ға төбәктәге хәл-торош, уға һәм командаһына ниндәй проблемаларҙы хәл итергә тура килгәнлеге тураһында һөйләне. Уның сығышының төп йөкмәткеһе власть менән халыҡ араһында үҙ-ара ышаныс даирәһен булдырыуға ҡайтып ҡалды.
Р. Хәмитов «Беҙҙең заман геройы» социаль әһәмиәтле телепрограммалар һәм телефильм­дар фестивале сиктәрендә үткәрелгән «Экранда замандаш» ижади конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.
− Бөгөнгө ҡатмарлы заманда ла үҙ-үҙе булып ҡалған үҙенсәлекле кешеләр булыуы яҡшы. Бәлки, улар үҙ әхлаҡтары, үҙ өҫтөнлөктәре менән бөгөнгө дөйөм ҡабул ителгән ҡалыптарға һыймайҙыр ҙа, әммә улар бар. Һәм шундай кешеләрҙе таба, төшөрә, халыҡҡа күрһәтеп, улар тураһында дөрөҫ фекер уята алғандары өсөн телевидение хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Ундайҙар, ысынлап та, беҙҙең заман геройҙары булып тора, − тип билдәләне ул үҙенең сығышында.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға