«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дәүләт умартасыларға ярҙам ҡулы һуҙа



25.10.2011 Дәүләт умартасыларға ярҙам ҡулы һуҙа

Республика умартасылары өсөн һәйбәт яңылыҡ: тармаҡты үҫтереү өсөн быйыл 24 миллион һум аҡса бүленәсәк! Өҫтәүенә, был аҡса йыл аҙағына тиклем үҙләштерелергә тейеш!
Шулай булғас, умартасылар һәм был юҫыҡта яңы эш башларға теләүселәр, һеҙҙең турала ҡайғыртыусылар, ярҙам күрһәтеүселәр барҙа тиҙерәк документтарығыҙҙы барлай башлағыҙ. Бындай бәхет йыш тәтемәй. Өс йылға тәғәйенләнгән программаның тәүге этабында аҡса умартасыларға кәрәкле инвентарь һәм күс һатып алыуға тәғәйенләнә.
Икенсе этабында, йәғни киләһе йылда республикаға 35 миллион һум тирәһе аҡса бүленәсәк.
Программа буйынса шулай уҡ фер­мер­ҙарға һәм шәхси ярҙамсы хужалығы булғандарға ла ярҙам күрһәтеләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға