«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Райондарҙа һәм ҡалаларҙа – «Берҙәм Рәсәй» көндәре



11.10.2011 Райондарҙа һәм ҡалаларҙа – «Берҙәм Рәсәй» көндәре

8 октябрҙә Стәрлебаш, Ауырғазы, Балтас, Борай, Ейәнсура, ҡыр­мыҫҡалы, Миәкә, Яңауыл, Мишкә райондарында Республика көнөнә арналған «Берҙәм Рәсәй» көндәре үтте.
Борай районында тантаналы йыйылыштар, район үҙәгендә ауыл хужалығы йәрминкәһе, ҙур йәштәр байрамы ойошторолдо. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында ла йәрминкә, спорт байрмы һәм күңел асыу программаһы, район мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә, Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә һәм «Берҙәм Рәсәй» көнөнә арналған дөйөм йыйылыш ҡаралғайны. «Бер­ҙәм Рәсәй» көндәре сиктәрендә районда социаль тәғәйенләнештәге ике объект – Күгәрсен ауылында яңы һыу үткәргес һәм Кесе Һүрәм йыл­ғаһы аша һалын­ған күпер тантаналы асылды.
Сибай ҡалаһында «Берҙәм Рәсәй» көндәре ике көн дауамында барҙы: бында бер юлы өс байрам – Партия көнө, Республика көнө һәм ҡала көнө үтте. Ҙур тантанала алдынғы производство, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләгәндән һуң, төҙөкләндереү буйынса ҡала конкурсына йомғаҡ яһалды.
Мишкә районында «Берҙәм Рәсәй» көндәрендә партия делегацияһы балалар учреждениеларында уҙға­рыл­ған байрамдарҙа булды һәм тәрбиәселәр, сабыйҙар менән аралашты. Һөйләшеү барышында балалар баҡсаһының тәҙрәләрен алмаштырыу мәсьәләһе тикшерелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға