«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Һыу – йәшәү сығанағы



11.10.2011 Һыу – йәшәү сығанағы

Көндәлек тормошта һәр кеше күпме һыу ҡуллана икән? Был турала бик һирәктәр генә уйланалыр, моғайын. Әммә һәр кем шуны яҡшы белә: һыуһыҙ бер көн дә йәшәп булмай. Йәшәйешебеҙҙең төп сығанаҡтарының береһен тәшкил иткән ошо һыу тураһында яңыраҡ Пермдә һыу ресурстарын файҙаланыу һәм Кама йылғаһы бассейнының һыу хужалығы комплексын үҫтереү мәсьәләләре буйынса төбәк-ара кәңәшмә үтте. Унда Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Юрий Трутнев ҡатнашты.
– Кама-Волга бассейны Рәсәй өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Кама бассейны йылғалары яры буйлап 60 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Унда РФ-ның эске тулайым продуктының 50 проценттан күберәген тәьмин иткән иҡтисад объекттары урынлашҡан, – тип билдәләне Трутнев үҙенең сығышында.
Сығыштарҙан шул билдәле булды: һуңғы йылдарҙа Кама бассейнында урынлашҡан гидротехник ҡоролмаларҙы финанслауға федераль бюджеттан 3,7 миллиард һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға Башҡортостанда Өфөлә Сипайлово биҫтәһендә һаҡлағыс дамба, Йомағужа һыу һаҡлағысы төҙөлгән. Кама йылғаһы бассейны буйынса федераль маҡсатлы программа сиктәрендә һыу хужалығы сараларын 2020 йылға тиклем финанслау планы 17,7 миллиард һум тәшкил итә.
Башҡортостан Президенты һыу мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендә финанслау менән тәьмин ителгән өҫтәмә вәкәләттәрҙе субъекттар кимәленә тапшырыр­ға тәҡдим итте. Юрий Трутнев, быға яуап итеп, Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һыу хужалығындағы хәл-торошто яҡшы белә, сөнки ул Федераль һыу ресурстары агентлығын етәкләне һәм РФ Һыу кодексын эшләүҙә туранан-тура ҡатнашты, тип билдәләне.
– Республиканың һыу ресурстары Обь, Урал, Кама йылғалары бассейнына ҡараһа ла, Башҡортостандың һыу ресурстарының 90 проценты Кама бассейнына инә, – тип асыҡлыҡ индереп үтте төбәк башлығы. – Һуңғы йылдарҙа республикала ғына түгел, ә беҙҙең менән сиктәш территорияларҙа ла һыу кәмене. Һөҙөмтәлә сәнәғәт хужалығын алып барыуҙа ауырлыҡтар барлыҡҡа килде, иҡтисад ҙур юғалтыуҙарға дусар булды. Былтыр ғына ҡоролоҡ арҡаһында ауыл хужалығы бер нисә тиҫтә миллиард һумлыҡ зыян күрҙе.
Кәңәшмәнән һуң Юрий Трутнев менән Рөстәм Хәмитов осрашып, һыу хужалығы һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә федераль һәм республика структураларының үҙ-ара эшмәкәрлеге мәсьәләләрен тикшерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға