«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Байрам көндәрендә йәрминкәләргә рәхим итегеҙ!



08.10.2011 Байрам көндәрендә йәрминкәләргә рәхим итегеҙ!

Байрам алдынан баш ҡаланың 20 майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола.
Йәрминкәлә республиканың 40 райо­нының ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең ҡатнашыуы көтөлә. Улар баш ҡала халҡына ит, һөт, картуф, йәшелсә-емеш, бал, он, ярма, кондитер изделиелары һәм башҡа аҙыҡ-түлек тауарҙары тәҡдим итәсәк.
Йәрминкәләр ике көн дауамында Өфө ҡалаһының һәр районында үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға