«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Салауат Ғайсинға – юғары награда



08.10.2011 Салауат Ғайсинға – юғары награда

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың Указы менән дәүләт, производство һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлегенә индергән ҙур өлөшө, башҡа өлкәләрҙәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Салауат Ғайсин Почет ордены менән бүләкләнде.
Салауат Ғайсин – «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә нигеҙ һалған шәхес, Учалы районы егете. Ул бик күп китап яҙған, төрлө темаларға арналған фәнни эштәре халыҡҡа хеҙмәт итә. Орден эйәһе меценат булараҡ та билдәле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға