«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Субсидия бирелә



08.10.2011 Субсидия бирелә

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидия биреү өсөн документтар йыя башланылар. Был сара эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында ҡабул ителгән республика программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында башҡарыла.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр тауарын беҙҙең илдең йәки импортер булараҡ билдәләнгән сит ил закондары талап иткән ҡағиҙәләр буйынса экспортлау өсөн кәрәкле документтарҙы йүнләү маҡсатында субсидия алыу хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, тауарыңды ситкә һатырға теләгән осраҡта түгелгән сығымдарҙы субсидия ярҙамында ҡапларға мөмкин. Төрлө сараларҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға ла ярҙам итәсәктәр. Тауар билдәһен әҙерләү кеүек мәшәҡәттәрҙе лә субсидия ярҙамында еңелләштерергә була.
Субсидия алырға теләүселәр республикабыҙҙың Иҡтисади үҫеш министрлығына мөрәжәғәт итергә тейеш. Унда документтар 4 октябрҙән ҡабул ителә башланы ла инде.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға