«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



08.10.2011 Был аҙнала беҙҙе...

Аптыратты...
Был аҙнала беҙҙе...
Киевтағы ҙур зоопаркта һуңғы ваҡытта хәлдәр үтә лә ҡатмарлашты.
Ундағы йәнлек һәм йыртҡыстар күмәкләп ҡаса башлаған. Етмәһә, бер йыл эсендә был паркта фаунаның 70 вәкиле үлгән.
Яңыраҡ зоопарктан һирәк осрай торған ҙур торна ҡасҡан һәм ҡаланың уртаһында юлға осоп килеп төшөп, аварияға сәбәпсе була яҙған. Күп тә үтмәй, тағы ла 16 йәнлек ҡасҡан, әлегә уларҙың бөтәһен дә таба алмағандар. Бер торна ҡасырға уйлап күршеләге рәшәткә артында йәшәгән бүреләрҙең алдына килеп төшкән һәм тегеләр был меҫкенкәйҙе шундуҡ тамаҡлап та ҡуйған.
Йәнлектәр һәм йыртҡыстарҙың күпләп ҡасыуы юҡҡа түгел. Хәҙер был зоопарк хеҙмәткәрҙәре эшкә барырға ҡурҡа башлаған.

Тетрәндерҙе...
Аҙна аҙағында ысын мәғәнәһендә легендар шәхес, бөгөнгө замандың иң билдәле геройы, компьютер генийы Стив Джобс яҡты донъя менән хушлашты.
Ул ни бары 56 ғына йәш тултырып өлгөрҙө. Әйткәндәй, Джобстың биологик ата-әсәһе малайҙан тыуғас уҡ баш тартҡан һәм сабыйҙы сит кешеләр ҡарап үҫтергән.
Apple компанияһын ойошторған белгес заманында плеерҙарҙы кассеталарҙан азат итте, клавиатураһыҙ компьютер һәм телефондың бөтөнләй ҡурҡыныс әйбер түгеллеген иҫбатланы. Стив Джобс үҙе лә «Макинтош»ты «донъялағы иң хәйләкәр нәмә» тип атарға яратҡан һәм үҙе уйлап тапҡан гениаль ҡорамалдар менән ысын мәғәнәһендә ғорурланған.

ҡыуандырҙы...
Рәсәйҙә хәүефле предприятиеларҙа эшләүселәрҙең ғүмерен ҙур ғына суммаға страховкаларға йыйыналар.
Әгәр кеше эш урынында яҡты донъя менән хушлашһа, уның туғандарына 2 миллион һум тирәһе компенсация түләйәсәктәр.
Хәүефле предприятиелар иҫәбенә ағыулы химикаттар етештереүсе, күмер сығарыу­сы предприятиелар инә. Рәсәй хөкүмәте был эште иң тәүҙә шәхси предприятиеларҙа башларға иҫәп тота. Хеҙ­мәткәрҙәренең ғүмерен страховкаламаған ойошмаларҙы ҙур суммалағы штрафтар көтә. Тора-бара дәүләт предприятиелары ла ошондай уҡ режимға күсәсәк.
Власть вәкилдәре страховкалау юлы менән хәүефле предприятиеларҙа тәртип урынлаштырырға ниәтләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға