«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы балалар баҡсаһы асылды



08.10.2011 Яңы балалар баҡсаһы асылды

Өфө ҡалаһының Калинин райо­нында 107-се балалар баҡсаһы республика көнө алдынан кескәй­ҙәр өсөн ишеген асты. Яңы балалар баҡсаһына 155 бала йөрөйәсәк.
Заманса мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү учреждение­һында кескәйҙәр өсөн бик һәйбәт шарттар тыуҙырылған: матур уйынсыҡтар менән байытылған уйын бүлмәләре, балаларға йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү, спорт уйындары уйнау, гимнастика эшләү өсөн музыка һәм спорт залдары бар. Бынан тыш, заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған медицина кабинеты ла булдырылған. Был − Өфө ҡалаһында быйыл төҙөлгән бишенсе балалар баҡсаһы. Йыл аҙағына тиклем тағы шул тиклем балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
– Һуңғы 20 йылда беҙ бындай күләмдә балалар баҡсаһы төҙөгәнебеҙ юҡ. Киләһе йылда тағы 12 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асыласаҡ, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, кескәйҙәрҙе һәм тәрбиәселәрҙе яңы тәрбиә усағына аяҡ баҫыуҙары менән ҡотлап.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға