«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡтар дуҫлығына арнала



08.10.2011 Халыҡтар дуҫлығына арнала

Бөгөн Өфө ҡалаһының Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Республика көнөнә арналған «Дуҫлыҡ сәскәһе» милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты үтә.
Шунда уҡ «Мөғжизә­ләр илендә» тигән күргәҙмә-конкурс та ойошторола. Фестивалде ойоштороусылар фекеренсә, бындай саралар илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүгә, йәштәрҙе милли мәҙәниәткә йәлеп итеүгә, Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтары ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, быуын-ара күсәгилешлекте һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға