«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Учалыла үҙгәрештәр



08.10.2011 Учалыла үҙгәрештәр

Учалы районы муниципаль район советы ултырышында район хакимиәте башлығының үҙ вазифаһын ваҡытынан алда тамамлауы һәм уның вазифауи бурыстарын башҡарыуҙы икенсе кешегә тапшырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Совет ҡарары буйынса район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙ теләге буйынса вазифаһынан бушатылды һәм депутаттар хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыуҙы, был вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса район советы тарафынан кеше тәғәйенләнгәнгә тиклем, Дәүләтгәрәев Фәрит Фәтих улына йөкмәтте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға