«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иң яҡшы райондарға – гранттар



01.10.2011 Иң яҡшы райондарға – гранттар

Башҡортостанда иң яҡшы муниципалитеттарға күп миллион һумлыҡ гранттар бирелә. Әле үк 200 млн һумлыҡ гранттар тапшырыла башланы ла инде. Был сумма бер йылға иҫәпләнгән, һәр квартал һайын йомғаҡтар яһала.
БР Иҡтисади үҫеш министрлығында муниципалитеттарҙы алты төп критерий буйынса баһалап, улар­ҙың рейтингын төҙөй башланылар. Ведомство башлығы Евгений Маврин әйтеүенсә, муниципалитеттарҙы үҫтереү – бөгөн республика етәкселегенең иң өҫтөнлөклө бурыс­тарының береһе. Иң ҙур бурыстар­ҙың береһе – муниципалитеттарҙы үҙҙәрен тәьмин итә алырлыҡ кимәлгә еткереү. Әле гранттар бүленеүе уларҙы үҫтереү өсөн ҙур дәртләндереү сараһы булып тора.

С. ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға