«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡыҫҡаса тарихи күҙәтеү



27.09.2011 Ҡыҫҡаса тарихи күҙәтеү

Кейем-һалымы
Ҡыҫҡаса тарихи күҙәтеү
Ырымбур һәм Өфө губерналарында йәшәгән рус ир-егеттәре яғалары бөрөп тегелгән, асыҡ иҙеүле аҡ йәки бик сағыу төҫтәге иркен күлдәк, шаровар кейгән. Йәштәргә күлдәкте ҡыҙыл ситсанан, етендән теккәндәр. Күл­дәктәрен нәҙек кизе-мамыҡ, йөн, ебәк билбау менән быу­ғандар. Хәллерәктәре күлдәк өҫтөнән пинжәк тә кейер булған. Шароварҙарының балаҡтарын итек ҡунысы эсенә һалып кейгәндәр.
Рус казактарына форма кейҙергәндәр. Йәйге формалары зәңгәр кәзәкин туҡыманан тегелеп, алһыу погондар, шул уҡ төҫтәге лампастар, алһыу шарф менән биҙәлгән; итек, фуражка кейгәндәр. Бөтә казактар ҙа һаҡал ебәрер булған.
Крәҫтиәндәр ҙә һаҡал йөрөткән. Баштарына тула йәки кейеҙ башлыҡ, ҡара эшләпә йәки фуражка кейгәндәр. XIX быуаттың икенсе яртыһында рустар араһында картуз киң таралған.
ҡышын рустар, билен быуып, оҙон кафтан, оҙон һәм ҡыҫҡа тун, толоп, ҡолаҡсын бүрек кейгән, муйындарына дебет йәки йөн шарф ураған.
ҡатын-ҡыҙҙар өҫ кейеменә өҫтөнлөк биргән. Күлдәктәренең өҫкө яғы ғына ситса, ебәктән, аҫ яғы туланан тегелгән. Өйҙә күлдәктәре өҫтөнән семтеп тегелгән юбка, әберкәле алъяпҡыс кейгәндәр. Байрам көндәрендә күлдәк өҫтөнән ҡара йәки зәңгәр тула сарафан кейеү ҡарал­ған. Сарафан өҫтөнән билдәрен ебәк, йөн, кизе-мамыҡ билбау менән быуғандар. ҡайһы берәүҙәр сарафан өҫтөнән еңһеҙ ҡыҫҡа «телогрейка» йәки куртка кейгән.
XIX быуатта ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бер аҙ үҙгәргән − кофталарын оҙон юбкалары өҫтөнә сығарып кейә башлағандар. Өлкәндәр иркен кофтаға өҫтөнлөк бирһә, йәштәр билләп тегелгән кофта кейгән. Күлдәктәр ҙә барлыҡҡа килгән. Иңдәренә ҙур суҡлы, ебәк, семәрләп бәйләнгән шәл, ярым шәл һәм косынка, яулыҡ һала башлағандар. Мода шауҡымы аҫтында кейәүҙәге ҡатындар – ҡара-һоро төҫтәге, йәштәр ебәк, ситса, селтәр башлыҡ, аҙағыраҡ ебәк йәки парса ярым кокошник кейә башлаған. Һарыҡ тиреһенән тегелгән тун, пальто, кафтан нәфис затты һалҡындан һаҡлаған.
Биҙәүес әйберҙәренә көмөш, алтын алҡа һәм ҡашлы, ҡашһыҙ балдаҡтар, гәрәбә йәки быяла муйынсаҡ, броштар ингән. ҡыҙҙар сәстәренә төрлө төҫтәге таҫма таҡҡан.
Сабата күпселек рус халҡының төп аяҡ кейеме булған. ҡатын-ҡыҙҙар уны йөн ойоҡбаш, ир-егеттәр силғау урап кейгән. ҡышын быйма кейгәндәр. ҡатын-ҡыҙҙар менән балалар быймаһын төҫлө йөн менән биҙәгәндәр. ҡулдан тегелгән күн итек, ботинка, туфли ҙа киң таралған. Байҙар ҡатындарына һәм ҡыҙҙарына күтәрмәле ботинка алыр булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға