«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ташламаларҙан рәхәтләнеп файҙаланығыҙ



20.09.2011 Ташламаларҙан рәхәтләнеп файҙаланығыҙ

Ташламаларҙан рәхәтләнеп файҙаланығыҙ Айырым категория граждандары өсөн ҡала яны поездарына льготалар булған кеүек, яңы Өфө – Стәрлетамаҡ – Күмертау тиҙ йөрөшлө поезы пассажирҙарына ла ташламалар бар. Тиҙлек өсөн өҫтәп түләүҙәр ҡаралмаған, тип хәбәр итә «Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы» йәмғиәте.
Ағымдағы йылдың 1 сентябренән 2012 йылдың 15 июненә тиклем ғәмәлдә булған 50 процент ташламаға түбәндәгеләр хоҡуҡлы:
– дөйөм белем биреү учреждениеларының 7 йәштән өлкән, һөнәри белем биреү учреждениеларының көндөҙгө бүлеге, махсус (коррекция) учреждениелары уҡыу­сылары,
– хеҙмәт, хәрби хеҙмәт ветерандары;
– 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына тиклем тылда эшләүселәр;
– сәйәси репрессиялар ҡорбандары;
– пенсионерҙар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға