«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан һәм Ярославль. Дуҫлыҡ күпере



20.09.2011 Башҡортостан һәм Ярославль. Дуҫлыҡ күпере

Башҡортостан һәм Ярославль. Дуҫлыҡ күпереБашҡортостан менән Ярославль өлкәһе 2011 − 2013 йылдарға сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе (ул 2009 йылдың октябрендә төҙөлгән) ғәмәлгә ашырыу буйынса протоколға ҡул ҡуйҙы.
Документтың мөһим бер положениеһы булып республикаға автомобиль крандары, юл-төҙөлөш техникаһы ҡайтарыу тора. Улар федераль бюджеттан субсидиялар иҫәбенә алынасаҡ продукция исемлегенә индерелгән.
Протоколға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Ярославль өлкәһе губернаторы Сергей Вахрухов ҡул ҡуйҙы.
− Беҙгә бизнес-берлек, мәҙәниәт делегациялары менән алма­шыр­ға кәрәк. Был дөрөҫ тенденциялыр, тип уйлайым. Ике яҡ та дөрөҫ юл һайланы. Бөгөн Рәсәй төбәктәре менән килешеүҙәр күп кенә, артабан да шулай буласаҡ, − тине Рөстәм Хәмитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға