«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәрминкәләрҙең ноябрь аҙағына тиклем оҙайтылыуы ихтимал



17.09.2011 Йәрминкәләрҙең ноябрь аҙағына тиклем оҙайтылыуы ихтимал

ҡулланыу тауарҙары баҙары идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Ишбулатова әйтеүенсә, ауыл хужалығы йәрминкәләре 17 сентябрҙән 30 октябргә тиклем Өфөнөң 20 майҙансығында үтәсәк.
Ял көндәрендә Спорт һарайы алдындағы майҙанда – Башҡортостан ҡулла­ныу­сылар йәмғиәте предприятиелары, ә 1 октябрҙә республиканың Мәғариф министрлығы ойошторған йәрминкәләр уҙғарыласаҡ.
Муниципаль райондарҙың ауыл хужалығы етештереүселәренән йәрмин­кәләр­ҙә ҡатнашыу өсөн заявкалар күп булһа, уларҙың 27 ноябргә тиклем оҙайтылыуы ихтимал. Ит йәрминкәләре иһә 10 – 25 декабрҙә үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға