«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



13.09.2011 Өс һөйләм менән

БР Президенты Рөстәм Хәми­тов «Росавтодор» дәүләт компанияһы» идараһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Кельбах менән осрашты. Осрашыу барышында «Европа – Көнбайыш ҡытай» халыҡ-ара транспорт коридорына ҡараған «Баулы – Күмертау» автоюлын төҙөү барышы мәсьәләләре ҡаралды. Был юлдың 260 саҡрымдан ашыуыраҡ өлөшө нәҡ беҙҙең республика аша үтә.

«РБК-рейтинг» агентлығы Рә­сәйҙең иң ҡунаҡсыл төбәктәре рейтингын билдәләгән − Башҡортостан исемлектә етенсе урынды биләй. Рейтинг баһаламаларына тур-хеҙмәттәр, ҡунаҡхана, санаторийҙар һәм башҡалар индерелгән. Республиканың киләсәген туризмға ла бәйләү, тимәк, дөрөҫкә сығасаҡ.

Октябрҙә Сибай ҡалаһында Көньяҡ Урал төбәгенең туристик проекттары форумы үтә. Сараның төп маҡсаты – Башҡортостандың Урал аръяғында туризм тармағын үҫтереү. Форум йомғаҡтары буйынса иң яҡшы проекттар һайлап алынасаҡ.

Башҡорт режиссерының «Ең­меш» тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильмы халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә иң яҡшыһы тип табылған. Был фильм төрлө кон­курс­тарҙа призлы урындар яулаған була. Уның авторы – Санкт-Пе­тербург дәүләт кино һәм телевидение университеты студенты Айнур Асҡаров.

Сибай ҡалаһында Мәрхәмәт­лек айлығы башланды. Уның барышында оло йәштәге кешеләр, пенсия таныҡлығын күрһәтеп, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе предприятиеларында 2 проценттан 20 процентҡа тиклем ташлама менән файҙалана ала. Акция Халыҡ-ара ололар көнөнә арнала.

«Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» мәрхәмәтлек акцияһы барышында Әйбәлил районында аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән 225 балаға уҡыу кәрәк-яраҡтары тапшырылған. Райондың төрлө ойошмалары, коллективтары, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, эшҡыуарҙар, физик шәхестәр балаларға ярҙам итергә теләк белдергән. Дөйөм көс менән уҡыусылар өсөн барлығы 76472 һумлыҡ әйбер алын­ған.

14 сентябрҙән 18-енә тиклем «Нур» дәүләт татар театрында Яр Саллы дәүләт татар драма театрының гастролдәре үтә. Гастролдәрҙе йәш драматург Рауил Сабырҙың «Абағаның әсе емештәре» тигән спектакле аса. Драмала золом ҡорбандарының әсе яҙмышы сағылдырыла.

14 сентябрҙә Өфө гарнизонының Офицерҙар йортонда Башҡортостан Республикаһының һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитетының пленумы үтә. Унда ветерандарҙың социаль хәлен яҡшыртыу мәсьәләләре ҡараласаҡ. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты съезына делегаттар һайланасаҡ.

Республиканың биш районында – Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Мәләүез һәм Шишмә райондарында шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу дауам итә. Әле 1160 гектар майҙанда татлы тамыр ҡаҙып алынған. Гектарынан уртаса уңыш 253 центнер тәшкил итә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға