«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Көньяҡ райондар иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ



13.09.2011 Көньяҡ райондар иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Ейәнсура районы
Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылында 2008 йылда заманса малсылыҡ комплексы төҙөлә башлауы, әлбиттә, унда йәшәүселәр өсөн ҡыуанысҡа әйләнгәйне: кешеләргә эш буласаҡ! Тик, алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, тигәндәй, ауыл хеҙмәтсәндәре иртәрәк шатланған булып сыҡты − финанс етмәү арҡаһында төҙөлөш туҡтап ҡалды. Әле Президент Рөстәм Хәмитов ошо төҙөлөш комплексында булып, ундағы проблемалар менән яҡындан танышты: быға тиклем төҙөлөшкә 356 миллион һум тотонолған булһа, уны тамамлауға йәмғеһе 126 миллион һум, шул иҫәптән тәү сираттағы төҙөлөштө тамамлауға 31 миллион һум аҡса кәрәгәсәк! Ә бит тағы ла 480 башҡа иҫәпләнгән һыйыр аҙбары, мал һуйыу цехы, ветеринар пункты, мал аҙығын һаҡлау урыны ла төҙөлөргә тейеш...
Мәсьәлә һәр яҡлап ҡаралғандан һуң шундай һығымта яһалды: һөтсөлөк фермаһы 2012 йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш.
− Ферма 2013 йылда проект ҡеүәтенә инергә тейеш. Бер үк ваҡытта продукцияны эшкәртеп һатыу мәсьә­ләһен дә хәл итергә кәрәк, − тине төбәк башлығы.

***
«Ергән МТС-ы» предприятиеһының «Ейәнсура» бүлексәһе 2009 йылда ойошторолоп, алдына үҙ малдарын үҙе мал аҙығы менән тәьмин итергә тейеш, тигән маҡсат ҡуйған. Һөҙөмтәлә бында баҫыуҙарҙа арыш, бойҙай, арпа, көнбағыш, бер һәм күп йыллыҡ үләндәр үҫә. Президенттың килеүенә 5000 гектарҙан ашыуыраҡ майҙандан иген йыйылып, 95408 центнер ашлыҡ һуғып алынған. Гектар ҡеүәте 18,4 центнер тәшкил итә. Бынан тыш, бесән, силос, сенаж да байтаҡ әҙерләнгән. Бер үк ваҡытта ужым культураларын сәсеү әүҙем бара.
Иҫәнғолда Рөстәм Хәмитов үҙәк район дауаханаһында һәм поликлиникаһында уларҙың проблемалы участкалары менән танышып сыҡҡандан һуң, дауаханаға капиталь ремонт проектын әҙерләргә ҡушты. Ә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн маҡсатлы республика программаһы эшләнәсәк.

Йылайыр районы
Был районға сәфәрендә төбәк башлығының төп иғтибарын 2008 йылдан эшләп килгән «Йылайыр урманы» дәүләт унитар предприятиеһы йәлеп итте. Уның 84 эшсеһе төҙөлөш материалдары, шулай уҡ ағас күмере етештереү менән мәшғүл. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ − эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы 12400 һум тәшкил итә. Был ауыл ере өсөн ярайһы уҡ яҡшы.
Рөстәм Хәмитов ағас күмерен етештереү технологияһы һәм киләсәккә пландар менән танышты. Ата-бабаларыбыҙҙың бер аҙ онотолоп тороп, яңынан тергеҙелгән был кәсебе республика өсөн бик кәрәк булып сыҡҡан: күмер алюмин сәнәғәтендә киң ҡулланыла икән. Тиҙҙән ваҡлап төрөлгән ағас күмере сауҙа нөктәләренә лә сығарыласаҡ. Рөстәм Хәмитовҡа яңы продукция оҡшаны. Уның тәҡдиме − производствоны тағы ла киңәйтеү форсатын эҙләргә.

***
Район үҙәгендә Президент 340 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынып, төҙөлөш эштәрен ҡыҙыулатырға кәрәклеген билдәләне.
***
Артабан республика етәксеһе «Йылайыр урманы» дәүләт унитар предприятиеһының Юлдыбай ауылындағы питомнигында булды. Республика башлығы был яҡтарҙағы урман янғыны мәсьәләһенә лә туҡталды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға