«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Балалар хәҙер ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫ, моғайын



10.09.2011 Балалар хәҙер ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫ, моғайын

2-се синыфта уҡыусы Линар Әкбәров юлда йөрөгәндә үҙеңде нисек тоторға, светофорҙың ниндәй төҫөнә сығырға кәрәклеген хәҙер яҡшы белә. Сөнки ул уҡыған Бөрө V төрҙәге махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында балаларға юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәткән автоҡаласыҡ төҙөлдө. Хәҙер ул тиҫтерҙәре менән ошо күркәм майҙансыҡта велосипедта йөрөп, юл ҡағиҙәләрен, билдәләрен танырға өйрәнә.
Балалар өсөн тәғәйенләнгән махсус автоҡаласыҡты кескәйҙәргә БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре бүләк итте. Коррекцион мәктәп-интернатта республиканың 27 районынан телмәр эшмәкәрлеге боҙолған 235 бала белем ала. Бында улар менән психологтар, логопедтар, табиптар шөғөлләнә. Балалар, уҡыу менән бергә, дауаланыу курсы ла үтә.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, үҫеп килеүсе йәш быуынға уҡыу процесына индереп, уйын формаһында юлда хәүефһеҙ йөрөүҙе төшөндөрөү үҙен аҡлай. ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов фекеренсә, Бөрө коррекцион мәктәп-интернаты менән дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итәсәк. Автоҡаласыҡты асыу тантанаһына килгән ҡунаҡтар ҙа балалар тырышып белем алһын өсөн әллә күпме бүләк алып килгәйне. Уларҙың теләктәре бер: «Юлдарҙа гелән өлгө булығыҙ!» Балаларҙың әкиәт ҡаласығына ҡушып (был, ысынлап та, шулай, сөнки мәктәп алды ҡаласығында ниндәй генә сәскәләр үҫмәй, клумбалар төрлө һындар, әкиәт геройҙары менән биҙәлгән), файҙалы уҡыу майҙансығы булдырылыуы мәктәп ихатаһын тағы күркәмләндереп ебәрҙе. Бында ҡаланың башҡа мәктәптәренән дә шөғөлләнергә киләсәктәр. ЮХХДИ мәктәптә махсус уҡыу кабинеттары ла булдырырға ниәтләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға