«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙ бергә!



06.09.2011 Беҙ бергә!

31 августа ҡаҙанда «XXVII Бөтә донъя йәйге универсиада − 2013» эстафетаһы старт алғайны. «Универсиада һинең ҡалала» акцияһы сиктәрендә ойоштороусылар Пермь, Ижевск ҡалалары йәштәре менән осрашты. Ә кисә улар Өфөгә килде. Уның маҡсаты – 2013 йылда Татарстан Республикаһында уҙасаҡ ҙур спорт сараһына бөтә ил студенттарының иғтибарын йүнәлтеп, уларҙы бер уй, бер ғәм менән берләштереү.
Иртәнсәк ҡунаҡтарҙы Өфө тимер юл вокзалында ҡаршы алғас, Башҡорт дәүләт университетында «түңәрәк өҫтәл» уҙҙы. Унда БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Р. Ғиззәтуллин, БДУ-ның студент ойошмаһы рәйесе С. Корлыханов, «XXVII Бөтә донъя йәйге универсиада − 2013»-төң башҡарма дирекцияһы аппараты етәксеһе Лариса Сулима, дирекцияның генераль директоры урынбаҫары Игорь Сивов, БДУ ректоры Әхәт Мостафин, ике республиканың студенттары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
Быйыл ҡытайҙа үткән Халыҡ-ара универсиадала еңеү яулаған татар йәштәре тәьҫораттары менән уртаҡлаш­ҡас, унда тәҡдим ителгән видеороликтарҙы күрһәтте. Шунан улар үҙ республикаһында 2013 йылда үтәсәк ҙур сараға әҙерлек, төҙөлөш эштәре барышы менән таныштырҙы. Игорь Сивов: «Универсиаданы юғары кимәлдә ойоштороу өсөн волонтерҙар ярҙамы кәрәк. Теләүселәр www.kazan2013.ru сайтында анкетаһын ҡалдырһын ине. Күршеләребеҙ ярҙам итер, тигән өмөттәбеҙ», – тине.
Руслан Ғиззәтуллин: «2013 йылда Өфөлә ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үткәреләсәк. Унда 35 ил вәкилдәре 9 спорт төрө буйынса ярышасаҡ. ҡаҙанда буласаҡ Универсиада, Сочиҙағы Олимпиада Рәсәйҙең бөйөк спорт державаһы икәнлеген раҫлай», – тине.
Һөйләшеү һуңында «2013 йылда ҡаҙанда XXVII Бөтә донъя йәйге универсиаданы үткәреү сиктәрендә үҙ-ара партнерлыҡ һәм уртаҡ эшмәкәрлек тураһында» хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды.
Төш мәлендә Салауат Юлаев майҙанында «Беҙ тыныслыҡ өсөн тауыш бирәбеҙ» һәм «Открытка – 2013» акциялары булды. Һәр кем легендар «Камаз-Мастерс» йөк машинаһына беркетелгән стендҡа ҙур спорт сараһында ҡатнашасаҡ Рәсәй йәштәре йыйылма командаһына теләктәрен яҙҙы. Шунда уҡ тантаналы шарттарҙа «Универсиада – 2013» логотибы формаһындағы ләләләр түтәле асылды.
Артабан «Динамо» стадионында юғары уҡыу йорттары командалары араһында спорт ярыштары булды. Универсиада флагының презентацияһынан һуң, Башҡортостан һәм Татарстандың билдәле сәнғәт «йондоҙҙар»ы, спортсылар һәм спорт ветерандары, йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары лидерҙары, студенттар ҡатнашлығында ҙур концерт ойошторолдо.
Бөтә донъя студенттарын берләштергән ҙур саранан республикабыҙ йәштәренең ситтә ҡалмай, ил намыҫын лайыҡлы яҡлауға үҙ өлөштәрен индерәсәгенә шик юҡ. «Универсиада һинең ҡалала» эстафетаһы бөтә Рәсәй буйынса дауам итеп, октябрь башында Владивосток ҡалаһында тамамланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға