«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



03.09.2011 Был аҙнала беҙҙе...

Аптыратты...
Был аҙнала беҙҙе...
Мәскәүҙә хай­уан­дарҙы яҡшы яҡлай беләләр. Бер нисә көн элек кенә Нагатин су­ды ике бүлмәле фатирҙа алты йыл буйына дүрт бульдог менән унлаған бесәйҙе насар шарттарҙа аҫраған өсөн уларҙың хужабикәһен язаға тарттырҙы.
Хайуандарҙың хәле тураһында тәүҙә суд приставтары белеп ҡала. Уларға был хаҡта бахыр йән эйәләренә «төрмә» ойошторған ҡатындың күршеләре хәбәр итә. Хужабикә эт-бесәйҙәрҙе өйөндә тотоуын-тотҡан, ә бына әллә нисәмә йыл дауамында уларҙы бер тапҡыр ҙа саф һауаға алып сыҡмаған икән. Әле хайуандар питомникка тапшырылған. ҡаты күңелле хужабикәгә уларҙы килеп күреп йөрөргә рөхсәт иткәндәр шулай ҙа. Ниңә бикләп аҫрағандыр − аныҡ ҡына яуап ала алмағандар.

ҡыҙыҡһындырҙы...
Венгрияла ҡыҙыҡ ҡына бер закон үҙ көсөнә ингән. Хәҙер бында кипкән картуф, йәғни чипсы өсөн һалым һаласаҡтар.
Хөкүмәт сәләмәтлек өсөн бигүк файҙалы булмаған артыҡ тоҙло йәки татлы ризыҡтарҙы ҡулланыуҙы шулайтып сикләмәксе. Юҡһа венгр­­ҙар газлы эсемлекте, чипсы, шоколадты артыҡ күп ашай башлаған. Был һалым ил ҡаҙнаһына 74 миллион евро килтерәсәк. Закон сосиска, салями кеүек традицион венгр аҙыҡ-түлегенә ҡағылмай.
Халҡының һаулығын ҡайғыртҡан ил властарының әлеге аҙымы маҡтауға лайыҡ.

Тетрәндерҙе...
Яңы уҡыу йылы башланды. Был − белем алырға теләүселәр өсөн яуап­лы һәм шатлыҡлы ваҡиға.
Бына Владивостоктағы бер мәктәптең 12 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙары өсөн дә шулай булырға тейеш ине лә, тик... Уларҙың ҡылығын нисек баһаларға ла белеп булмай. Дүрт үҫмер ҡыҙ тантаналы линейканан һуң Белем көнөн «йыуырға» теләп, киоскынан ике шешә араҡы һатып ала. Тик «мәжлестәре» оҙаҡҡа һуҙылмай − балалар организмы иҫерткес миҡдарын күтәрә алмай, ҡыҙҙар, ағыуланып, берәм-берәм йығыла башлай. Хатта берәүһе алкоголдән комаға китә, ҡалғандары реанимацияға эләгә.
Илгә өлкән эскеселәр етмәйме ни?! Тиҙ арала ҡаты закон сыҡмаһа, Рәсәй оҙаҡламай кешеһеҙ ҡаласаҡ.

Көлдөрҙө...
Германияла һаман өс ай элек урманға сығып киткән һыйырҙы тота алмай ҡаңғыралар.
Ивонна ҡушаматлы ғәҙәти һыйыр мартта хужаһын алмаштыра, уныһы малды һуғымға әҙерләй. Әллә шуны һиҙемләп, әллә башҡа сәбәбе була − Ивонна көтөүлекте уратып алған сәнскеле сым аша нисек етте шулай сығып, урманға тая. Уны үгеҙ килтереп тә, быҙауы менән дә саҡырып ҡарайҙар, юҡ, иткә оҙатылғыһы килмәгәс, һыйырҙың «ҡәҙерле»ләренә иҫе лә китмәй. Ахырҙа инфраҡыҙыл камера (ул ағас ҡайырында йәшерелгән әйберҙе лә күреү һәләтенә эйә) менән йыһазландырылған вертолет менән эҙләйҙәр. Был ысул да ярҙам итмәй. Экстрасенстар, телепаттар ҙа эш ҡыра алмай. Һыйырҙы күреүселәр була-булыуын, әммә, хәҙер Ивоннала йыртҡыс холҡо ла барлыҡҡа килгән, тип янына барырға ҡурҡалар. Һунарсыларға уны атырға ла рөхсәт бирелгән. Ә Ивонна интернет селтәрендә «ирек яратыусы батырбикә» һыйыр булараҡ танылыу яулай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға