«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бер яҡлы юлдар 10 сентябрҙә асыла



03.09.2011 Бер яҡлы юлдар 10 сентябрҙә асыла

Юл хәрәкәте үҙгәртелгән урамдарҙа юл-патруль хеҙмәте постары торасаҡ, ә тәүге ун көндә инспекторҙар водителдәргә штраф һалмайынса, иҫкәртеүҙәр генә яһаясаҡ, тип хәбәр итәләр Өфө эске эштәр идаралығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһынан.
Йәмәғәт транспорты маршруттары ла үҙгәрәсәк. Шул уҡ ваҡытта туҡталыштар шул килеш ҡаласаҡ, тик Ленин урамының таҡ яғында улар бөтөрөләсәк. Уның ҡарауы, Мостай Кәрим урамында яңы туҡталыш барлыҡҡа киләсәк – уға, бәлки, «Ленин районы хакимиәте» тигән исем бирелер, тик әлегә был хәл ителмәгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға