«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө предприятиеларының киләсәге тикшерелде



03.09.2011 Өфө предприятиеларының киләсәге тикшерелде

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ярҙамсы авиация, шулай уҡ һауа караптары двигателдәрен сығарған берҙән-бер предприятие – «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы», «Өфө агрегат производство берекмәһе», «Молния» Өфө фәнни-производствоһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә сәфәре барышында заводтарҙың цехтарында һәм бүлектәрендә булып, эшмәкәрлектәре менән яҡындан танышты.
Шулай уҡ уларҙың музейҙарында предприятиеларҙың тарихы, төп эшмәкәрлек йүнәлештәре, етештерелгән продукциялары һәм ҡаҙаныштары сағылдырылған стендтарҙы ҡараны.
Сәфәре һуңында төбәк башлығы предприятиелар етәкселәре менән заводтар­ҙың проблемаларына һәм үҫеш перспективаларына арналған кәңәшмәләр үткәрҙе.
Рөстәм Хәмитов, «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге менән осрашыуҙа, төбәктә авиация кластерын булдырыу буйынса эш алып барылыуын билдәләп, оҡшаш тармаҡтарға ҡараған предприятиелар үҙ-ара тығыҙ эш итергә тейеш, шул осраҡта ғына кластер булдырыу мөмкин буласаҡ, тине.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға