«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



30.08.2011 Өс һөйләм менән

Баш ҡалалағы көҙгө йәрминкәләрҙе Иглин районы башлап ебәрҙе. Улар өфөләргә бал, һуған, ит, йәшелсә-емеш тәҡдим итте. Йәрминкә менән танышырға БР Президенты Рөстәм Хәмитов та килде.

Башҡортостанда «Бухгалтер- профессионал – 2011» конкурсы үтәсәк. Бәйгелә республиканың бюджет-коммерция предприятиеларынан бухгалтерҙар, аудиторҙар, һалым буйынса консультанттар, шулай уҡ башҡа финанс белгестәре ҡатнаша ала. Конкурстың маҡсаты – бухгалтер хеҙмәтенең абруйын арттырыу, оҫталыҡты һәм эш сифатын күтәреү.

Баш ҡалала эшһеҙлек ки­мәле 1,63 процент тәшкил итә. Мәшғүллек үҙәктәрендә рәсми рәүештә 9 мең кеше эшһеҙлек буйынса сиратта торһа, ҡаланың ойошма-предприятиеларында вакантлы 15500 эш урыны бар. Үткән аҙнала үҙәк аша 300 кеше эшкә урынлашҡан.

ҡырмыҫҡалы районының «Һы­уыҡ шишмә» тарихи-мәҙәни үҙәгендә «Сыуаш ҡатындарының сигеү донъяһы» күргәҙмәһе үтте. Унда сигеү буйынса оҫталар үҙҙәренең ҡул эштәрен күрһәтте. Тамашасылар шулай уҡ сыуаш халҡының «Уллах» тип аталған кис ултырыу йолаһын ҡарап кинәнде.

БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары тәбиғәтте һаҡлау закондарын үтәү буйынса 1400 тикшереү үткәргән. Тикшереүҙәр барышында 4300 закон боҙоу осрағы асыҡланған. Штрафтар суммаһы 1 млн 200 мең һум тәшкил иткән.

31 августа Студент спорты халыҡ-ара федерацияһының һәм XXVII Бөтә донъя йәйге универсиада – 2013 флагының Рәсәй ҡалалары эстафетаһы башлана. Юғары уҡыу йорттары командалары ҡатнашлығындағы байрам Өфөлә 5 сентябрҙә «Динамо» стадионында үтә. Шулай уҡ бында FISU флагы презентацияһы, «Һинең ҡалаңда универсиада» концерты ла буласаҡ.

Башҡортостанда йыл башынан 560 автомашина урланған, 94-е әлегәсә табылмаған. БР буйынса ЮХХДИ идаралығы хәбәр итеүенсә, һәр өсөнсө автомобиль – Өфө кешеһенеке. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, машина урлау осраҡтары 36 процентҡа артҡан.

БДУ ғалимдары «2010 йылдың иң яҡшы фәнни китабы» Бөтә Рәсәй конкурсында лауреат исеме яулаған. Эксперттар Рәсәйҙең 520 вузынан 3880 эште ҡарап, алты номинация буйынса БДУ-ның туғыҙ ғалимының эшен иң яҡшыһы тип билдәләгән. Уларға Сочиҙа үтәсәк тантанала гранттар һәм дипломдар тапшырыласаҡ.

ҡытайҙа Көнсығыш һылыу­ҙа­рының «Азия супермоделе – 2011» халыҡ-ара телевизион бәйгеһе үтәсәк. Рәсәйҙән Баш­ҡортостан ҡыҙҙары «Һылыуҡай – 2009» гран-прийын яулаусы Айгөл Айытҡолова менән Ильмира Ғәбитова ҡатнаша. ҡыҙҙарҙы бәйгегә Халыҡ-ара төрки ҡатын-ҡыҙҙар союзы саҡыр­ған.

З. ЙӘһҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға