«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Cоциаль объекттар сифатлы итеп төҙөлөргә тейеш



30.08.2011 Cоциаль объекттар сифатлы итеп төҙөлөргә тейеш

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Киров һәм Дим райондарындағы социаль объекттар төҙөлөшөн тикшерҙе.
Республика башлығы Башҡорт дәүләт педагогия университетының быйыл мартта төҙөлә башлаған бассейны һәм ер аҫтында парковкаһы буласаҡ спорт комплексының әҙерлек кимәлен баһаланы. Объект төҙөлөшө «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәй вуздарына – 500 бассейн» проектына ярашлы алып барыла. Объектты сафҡа индереү яҡынса 10 октябргә планлаштырыла. Әммә, биш ҡатлы бинаның бүлмәләрен, комплекстың спорт майҙансығын һәм бассейнды ҡарап, ул, объект донъя кимәлендәге ҙур ярыштар үткәреүгә яраҡлы түгел, яңынан төҙөргә тура киләсәк, тип билдәләне.
Рәсәйҙә ошондай 17 бассейн төҙөлә, әҙерлек кимәле буйынса Өфө бассейны әлегә беренсе урында. Киләһе йылда ошондай уҡ комплекс Башҡорт дәүләт университетында, 2013 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында барлыҡҡа киләсәк.
Өфөнөң Дим районындағы 102-се башҡорт гимназияһын реконструкциялау барышы менән танышып, республика башлығы, оло спорт залын ике бәләкәйгә бүлеү яҡшы ҡарар булмаясаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
− Ҙур спорт залына теймәгеҙ. Ә гимназияны нормаларға ярашлы хәлгә килтерер өсөн, башланғыс кластар өсөн спорт залына икенсе бина ҡарарға кәрәк, − тине Рөстәм Хәмитов.
Рөстәм Хәмитов «Дим−8» биҫтәһенең 2006 йылда төҙөлә башлаған торлаҡ йорттоң төкәтмәһе итеп эшләнгән 47-се поликлиникаһында ла булды. Объектты сентябрҙә тапшырыу планлаштырыла, әммә уны сафҡа индереү этап буйынса алып барыласаҡ, тигән мәғлүмәт төбәк башлығына оҡшаманы:
− Халыҡ бында килеп, һәр яҡлап медицина ярҙамы ала башлағас ҡына, поликлиника сафҡа индерелгән, тип әйтә аласаҡбыҙ. Ә ҡорамалдарһыҙ поликлиника – ул «ярымфабрикат». Уны һатып алыуға ваҡыт талап ителәсәк, − тине Рөстәм Хәмитов һәм биналарҙың биҙәлешенә ҡарата ла ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
Ошо уҡ микрорайонда Рөстәм Хәмитов бассейны булған 200 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөн, уның уйын бүлмәһен, музыка дәрестәре залын, спорт залын һәм 14-кә 7 метр ҙурлыҡтағы бассейнды ҡарап сыҡҡандан һуң:
− Тыштан барыһы ла яҡшы, ләкин ныҡлап ҡарай башлаһаң − тегендә ҡыйыш, бында эшләп бөтөрөлмәгән. Һәйбәт проект, биналары матур, әммә сифатлы итеп төҙөй белергә лә кәрәк. Объектты сафҡа индереү ваҡытын кисектерергә тура килһә лә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү мотлаҡ, − тине.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға