«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дүртөйлөләр уңыш йыйыуға яуаплы ҡарай



27.08.2011 Дүртөйлөләр уңыш йыйыуға яуаплы ҡарай

Дүртөйлө районының «Шишмә» тоҡомсолоҡ заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм «Танып» муниципаль унитар предприятиеһында – иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып йыйыуҙы тамамланылар, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
«Шишмә» тоҡомсолоҡ заводы – районда уңыш буйынса алдынғыларҙың береһе. Бында гектарынан 39 центнер самаһы иген алынған. Дөйөм сәсеүлек майҙаны – 1400 га. Ярайһы ныҡ матди-техник база хужалыҡҡа ураҡ эштәрен сифатлы һәм тиҙ арала үткәреү мөмкинлеген биргән. Хужалыҡ баҫыуҙарында үҙҙәренең «Нива» һәм «Дон» маркалы биш комбайны эшләгән.
Ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға субсидия һәм дәүләт ярҙамы арҡаһында районда ураҡ комбайндары паркы әле ете яңы машина менән тулыландырылған. 25 авгусҡа ҡарата райондағы сәсеүлек майҙандарының 68 процентында иген урып һуғылған. Уртаса уңыш гектарынан 28,6 центнер тәшкил итә. 65,8 мең тонна иген дәүләт бураларына һалынған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға