«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Уңыш 1,6 миллион тоннанан ашты



27.08.2011 Уңыш 1,6 миллион тоннанан ашты

24 августа республика игенселәре ураҡ кампанияһының йәнә бер сиген үтте.
Иген культуралары майҙандарының яртыһы сабылған (820 мең гектар). БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, 776 мең гектарҙа ашлыҡ һуғылған. Планға ҡарата был – 47 процент. Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Саҡмағош һәм Шаран райондарында ураҡ бөгөн-иртәгә тамамлана.
Игендән тулайым йыйым быйыл 1,6 миллион тоннанан артып китте. Гектарынан уртаса уңыш – 20,9 центнер. Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары эшсәндәре һәр гектарҙан 30 центнерҙан ашыу уңыш ала. Дәүләт бураларына иң күп ашлыҡ һалыусылар – Стәрлетамаҡ районы хеҙмәтсәндәре (113,1 мең тонна).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға