«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



23.08.2011 Өс һөйләм менән

Бүздәк районында янғын һүндереүселәргә махсус техниканың быйылғы һуңғы партияһын тапшыр­ҙылар. Өфө, Иглин, Ғафури, Дәүләкән, Учалы, Яңауыл райондарында ойоштороласаҡ ирекле янғындан һаҡлау бүлексәләренә алты автомобиль бүленде. Был машиналар Рәсәй Оборона министрлығының 80-се йылдарҙан алып хәрби келәттәрҙә тороусы конверсия техникаһы һанала.

Бөгөн Өфө ҡалаһында «Буре­вестник» бассейны ҡаршыһында йөҙөү буйынса Олимпия, Па­ралимпия, Сурдолимпия уйындары чемпиондары хөрмәтенә «Олим­пиясыларҙың йондоҙло аллеяһы» асылды. Уның ойоштороусыһы – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Үҙенең йондоҙон булдырыу кеүек юғары баһаға Барселоналағы Олимпия уйындары чемпионы Вениамин Таянович, биш тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Андрей Строкин, 2003 йылғы Сурдолимпия уйындары чемпионы Вадим Боровик, 2008 йылғы Паралимпия уйындары чемпионы, БДПУ-ның 3-сө курс студенты Оксана Савченко эйә булды.

Быйыл Башҡортостанда 35 кеше ислам динен ныҡлап өйрәнә башлаясаҡ. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты юғары уҡыу йорттарына тап шунса кеше уҡырға ингән. Егеттәр – университеттың Өфө филиалында, ҡыҙҙар Туймазының «Ихлас» мәҙрәсәһендә белем аласаҡ.

Башҡортостан делегацияһы «Милләт сәләмәтлеге – Рәсәйҙең сәскә атыуының нигеҙе» тип атал­ған Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашасаҡ. Ул 15 – 17 сентябрҙә Мәскәү ҡалаһында үтә. Форум – йыл һайын ойошторолған федераль һәм төбәк социаль программаларының ҙур күргәҙмәһе.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йәйге ялдан һуң йәнә эшкә тотондо. Тамашасылар менән тәүге осрашыу 30 августа – Ураҙа байрамында буласаҡ. Был көндө баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы театр­ҙың бөтә артистары ҡатнашлығында изге мосолман байрамына арналған тамаша көтә.

Нефтекама ҡалаһы мәктәбе уҡытыусыһы Василина Шамыкаева «Интерактив мозаика» презентациялар конкурсында еңеү яуланы. Уның 8 – 11-се синыфтар өсөн тәғәйенләнгән «Шерлок Холмста ҡунаҡта» тигән театрлаштырылған тамашаһы юғары баһа алған. Конкурсҡа бөтәһе 357 эш тәҡдим ителгән.

20 сентябрҙән 25-енә тиклем Силәбе өлкәһендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының гастроле үтә. Уның төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе араһындағы мәҙәни һәм ижади бәйләнештәрҙе нығытыу. Башҡортостан артистары йәш силәбеләргә рус һәм башҡорт телендә «Кескәй гном» әкиәтен күрһәтә







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға