«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Күп балалы Ғаиләләргә – хөкүмәт ярҙамы



23.08.2011 Күп балалы Ғаиләләргә – хөкүмәт ярҙамы

Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең беренсе класҡа барасаҡ балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте 9,4 миллион һум аҡса бүлде.
Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән 6219 бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһын аша атлап инәсәк. Уларға 1520 һумға бөтә мәктәп кәрәк-ярағы алынасаҡ.
Күп балалы ғаиләләрҙән беренсе класҡа барасаҡ иң күп уҡыусы – 331 бала – Баймаҡ районында теркәлгән. Икенсе урын Өфө ҡалаһында – 322 бала. Әбйәлил районы беренсе класҡа барасаҡ бындай балалар иҫәбе буйынса өсөнсө урында – 302.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға